

Республикала һуңғы тәүлектә коронавирус инфекцияһынан 36 пациент вафат булған, вирус ҡорбандары һаны хәҙер 2 304 тәшкил итә. Пандемия башланғандан алып сирҙе йоҡторғандар 80 144-кә етте.
Һуңғы тәүлектә 669 кешенең вирусты эләктергәне асыҡланған, 650 ауырыу һауыҡҡан. Әле стационарҙарҙа – 1 011, амбулатор шарттарҙа 7 299 сирле дауалана. 59 пациенттың хәле ауыр тип баһалана, 10-ы үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған.
Һуңғы тәүлектә коронавирустың элеккесә Өфөлә ныҡ таралыуы билдәле (159 осраҡ), “лидерҙар” рәтен Туймазы (88), Бәләбәй (51), Мәләүез (43) райондары дауам итә.
Республикала вакцина яһауҙы тулыһынса 1 289 417 кеше тамамлаған, һуңғы тәүлектә 22 888 граждан прививка яһатҡан.
Рәсәйҙә тәүлек эсендә 1 064 ауырыу вафат булған, 37 141 кеше сирҙе йоҡторған.
Фото: ”Башинформ”.