Сәләмәт булайыҡ
25 Октябрь 2021, 16:00

754 протокол төҙөлдө

Коронавирусҡа ҡаршы талаптар үтәлешен тикшереү барышында ниҙәр асыҡланған?

754 протокол төҙөлдө754 протокол төҙөлдө
754 протокол төҙөлдө

Өфө ҡалаһында коронавирусҡа ҡаршы талаптар үтәлешен тикшереүҙәр бара.

Махсус патруль төркөмдәре рейдтар менән сәнәғәт предприятиелары, сауҙа нөктәләре, мәҙәниәт һәм спорт учреждениелары буйлап йөрөй. Инспекторҙар рәтендә – мэрия, полиция, Йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге, Граждандарҙы яҡлау идаралығы вәкилдәре.

Битлек режимы үтәлеүе, билдәләрҙең булыу-булмауы, тепловизорҙың эшләүе тикшерелә. Йәмәғәт транспортында һәр унынсы пассажирҙың битлек кеймәүе асыҡланған. 4 октябрҙән алып ошондай 2800-гә яҡын төркөм ойошторолған. 1500 тәртип боҙоу осрағы теркәлгән, 754 протокол төҙөлгән. Законға ярашлы, санитария нормаларын боҙған өсөн 500 мең һумға ҡәҙәр штраф һалыу йәки 90 тәүлеккә тиклем хеҙмәтләндереүҙе туҡтатыу ҡаралған. Һуңғы аҙнала Ишембай һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларындағы ике сауҙа комплексы эшмәкәрлеге туҡтатылған.

18 октябрҙән матурлыҡ, косметика салондарына, мунса, сауна, фитнес-клубтарға, илле урындан ашыулыҡ йәмәғәт туҡланыу объекттарына ҡағылған яңы тәртип ҡағиҙәләре көсөнә инде. Уларға инеү өсөн вакцина яһатыу йәки сирҙе кисереү тураһында белешмә кәрәк.

Валерий Шахов фотоһы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас