Сәләмәт булайыҡ
25 Октябрь 2021, 07:45

Бер тәүлектә - 670

Республикала коронавирус менән сирләгән кешеләр өсөн 8155 урын әҙерләнгән. Уларҙың 13 проценты әлегә биләнмәгән.

Бер тәүлектә - 670Бер тәүлектә - 670
Бер тәүлектә - 670

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә һәр ваҡыттағыса коронавирусҡа бәйле хәлдәрҙе тикшереүҙән башланды. Вице-премьер – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин сирҙең таралыуы буйынса статистика менән таныштырҙы.

Бөтәһе Башҡортостанда пандемия башланыу менән коронавирус диагнозы 82149 кешегә ҡуйылған.

– Һуңғы тәүлектә сирҙең 670 яңы осрағы теркәлде. 584 пациент бөгөн һауығып сыҡты. Бөтәһе 71396 кеше һауыҡҡан, был 87 процент, – тине Максим Забелин. – Әлеге ваҡытта 7339 кеше амбулатор дауа ала, 1003 кеше дауаханаларҙа ята. 73 кеше интенсив терапия бүлексәһендә, уларҙың хәле ауыр тип баһалана.

Республикала коронавирус менән сирләгән кешеләр өсөн 8155 урын әҙерләнгән. Уларҙың 13 проценты әлегә биләнмәгән.

Вакцинацияға килгәндә, уның беренсе компонентын 1,564 миллион кеше, икенсеһен – 1,3 миллиондан ашыу кеше һалдырған.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөндән башланған яңы сикләүҙәр тураһында әйтте. Шулай уҡ эшләмәй торған көндәр буйынса ла мәғлүмәт бирҙе. Билдәле булыуынса, Башҡортостан бөтә ил кеүек үк 30 октябрҙән 7 ноябргә тиклем ял итәсәк.

– Дөйөм Рәсәй ваҡытынан алдараҡ йәки һуңғараҡ итеп торманыҡ, 30 октябрҙән 7 ноябргә тиклем ял итәсәкбеҙ тип ҡарар иттек. Бөгөн оператив штаб ултырышы буласаҡ, унда бының нисек тормошҡа ашырылырын тикшерәсәкбеҙ, – тине Радий Хәбиров.

Фото: m.123ru.net

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас