

Республикаға идара итеү һәм Башҡортостан юлдаш телеканалының берлектәге “Ғорурланыу өсөн сәбәп бар” проекты барыбыҙ ҙа ғорурлана алырлыҡ яҡташтарыбыҙ менән таныштыра.
Акция Бөйөк Ватан һуғышы батырҙары, ил именлеген һаҡлаған, уның байлыҡтарын арттырған ябай хеҙмәт кешеләре тураһындағы ваҡиғаларҙы берләштерҙе.
Проекттың сираттағы геройы – Өфөләге 5-се ҡала дауаханаһы отоларингология бүлексәһенең өлкән шәфҡәт туташы Фәғилә Шамил ҡыҙы Бурхацкая. 2020 йылдың апреленән алып шәфҡәт туташы ковид менән сирле пациенттарҙың ғүмерен ҡотҡарыуҙа фиҙакәрлек күрһәтә. Һөнәри бурысын үтәүҙәге ҡаһарманлығы өсөн ул Рәсәй Президентының Указына ярашлы “Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн” ордены менән наградланды.
“Ғорурланыу өсөн сәбәп бар” – асыҡ проект, һәр кем үҙенең йәки таныштарының эшмәкәрлеге тураһында иҫтәлекле ваҡиғалар менән уртаҡлаша ала. Һеҙҙе акцияла дәррәү ҡатнашырға саҡырабыҙ.
Фото: “Башинформ”.