

Өфө ҡалаһының Киров районы прокуратураһы инвалид баланы дарыу менән тәьмин итеүҙә закон үтәлешен тикшерҙе.
17 йәшлек үҫмер тыумыштан килгән сир буйынса балалар поликлиникаһында күҙәтеү аҫтында тора. Уның дәүләт власы органдары иҫәбенә түләүһеҙ дарыу алырға тулы хоҡуғы бар.
Тик ул был мөмкинлектән файҙалана алмаған, шуға күрә прокуратураға мөрәжәғәт итергә тура килгән. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы законды боҙоп, пациентты йәшәү өсөн мөһим булған дарыу менән тәьмин итеү буйынса сара күрмәгән. Ошоға бәйле район прокуроры баланы медицина күрһәтмәһе буйынса дарыу менән тәьмин итеү тураһында дәғүә менән судҡа мөрәжәғәт иткән. Прокурорҙың талабы тулыһынса үтәлгән, мәсьәлә ведомство күҙәтеүендә.
Фото: infovoronezh.ru