Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
26 Октябрь 2021, 22:30

66 бала дауаханала…

"Райондарҙың береһенән бер айлыҡ ҡына сабыйҙы ҡабул иттек, бәләкәсте үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырырға тура килде. Баҡһаң..."

66 бала дауаханала…
66 бала дауаханала…

Коронавирус инфекцияһының өсөнсө тулҡыны алдағыларынан яңы штамм буйынса ғына түгел, ә балаларҙың йышыраҡ ауырыуы менән дә айырыла. Бөгөн Республика клиник йоғошло ауырыуҙар дауаханаһында ковид диагнозы ҡуйылған 66 бала дауалана. Бында республиканың бөтә райондарынан ауырыуҙар килтерелә.

"Инфекция төрлөсә үтә, – ти дауахананың бүлексә мөдире Әлиә Ҡотдосова. – Балалар араһында ла хроник сирҙәргә дусар булғандар бар, мәҫәлән, шәкәр диабеты, иммунодефициттар, ДЦП, тын алыу юлдары сирҙәре. Һәр кем сирҙе үҙенсә үткәрә. Юғары температура, интоксикация күҙәтелгәндә пневмония барлыҡҡа килә, был саҡта кислород ярҙамы талап ителә.

Райондарҙың береһенән бер айлыҡ ҡына сабыйҙы ҡабул иттек, бәләкәсте үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырырға тура килде. Баҡһаң, ғаиләлә бөтәһе лә тиерлек сирләгән, тик әсә кеше, балаға тымау тейгәндер тип уйлап, илтифат итмәгән. Сабый тын ала алмай башлағас ҡына дауаханаға мөрәжәғәт иткәндәр. Уға кислород ярҙамы кәрәк булған. Ике көндән һуң уны реанимобилдә килтерҙеләр, ковид диагнозы раҫланды.  Бер нисә көндән һуң аппараттан алдыҡ, хәҙер ул һауыҡты инде. Шуға күрә ата-әсәләрҙе балаларына иғтибарлы булырға саҡырабыҙ. Температура күтәрелеүе, тымау, конъюктивит, ҡоҫоу, эс китеүе һиҫкәндерергә тейеш. Һис һүҙһеҙ, ата-әсә вакцина яһатырға тейеш. Киҫкен респиратор вируслы сирҙәр таралған осорҙа ололарға ла, мәктәп йәшендәге балаларға ла киҙеүҙән прививка яһатыу мөһим".

Өфөнөң 17-се дауаханаһында сабыйҙар өсөн госпиталь асылыуы хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Әле унда яңы ғына донъяға килгән 11 сабый ята, икәүһе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған.

“Балалар юғары температура, биҙгәк, йүтәл менән беҙгә килә. Ҡағиҙә булараҡ, өйҙәрендә сирҙе йоҡторалар. Сабыйҙар ҡаты ауырый, күҙ алдында хәлдәре кинәт ауырайыуы мөмкин, – ти 17-се дауахананың баш табип урынбаҫары Регина Федорова. – Бәхеткә ҡаршы, сабыйҙар араһында әлегә тиклем үлем осраҡтары булманы, тик баланың ҡаты ауырыуын күреүе бик ауыр. Тағы шуныһы, сирҙе кисергәндән һуң ниндәй эҙемтәләр булыуын беҙ әлегә белмәйбеҙ”.  

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: