Сәләмәт булайыҡ
26 Октябрь 2021, 11:00

Беҙҙең табип – ғәрәп иленән

"Бөгөнгөләй хәтеремдә, атайым менән үҙебеҙҙең Амман ҡалаһы буйлап йөрөгәндә бер иғлан күҙгә сағылды..."

Беҙҙең табип – ғәрәп иленәнБеҙҙең табип – ғәрәп иленән
Беҙҙең табип – ғәрәп иленән

Танышыбыҙ ғәрәп егете Мәхмүт Мөхәммәт улы Әлфүкаха Сәғүд Ғәрәбстанында тыуып үҫкән. Бәләкәй генә сағында ғаиләләре менән Яҡын Көнсығыштағы Иорданияға күсергә тура килә. Йыл әйләнәһенә тиерлек ҡоро һәм йылы климат хакимлыҡ иткән илгә туристар ағымы туҡтамай, туризм – ил иҡтисадында мөһим роль уйнаған тармаҡтарҙың береһе. Шуныһы ҡыҙыҡ, туристарҙың сирек өлөшө бында дауаланырға, һаулыҡтарын нығытырға килә. Медицина секторы йыл һайын илгә бер миллиард доллар табыш килтерә.

Ғөмүмән, бик үҙенсәлекле, төрлө белгестәргә бай, халҡының 80 проценты юғары белемгә эйә булған, уҡыуҙы барыһынан өҫтөн ҡуйған ил ул Иордания. Медицина факультетына уҡырға инергә хыялланмаған бер кем юҡ бында, доктор статусы юғары баһалана, табип булыу ғорурлыҡ тойғоһо уята, тиҙәр. Заманса техникаһы һәм ныҡлы фармакология базаһы булған йөҙҙән ашыу клиника донъяның төрлө мөйөштәренән килгән туристарҙы ҡабул итергә әҙер.

Ә бына ғәрәп егете, кардиолог Мәхмүт Мөхәммәт улы күптән Рәсәй илен, Башҡортостан ерен үҙ иткән, ошонда белем алған, ғаилә ҡорған, табип профессияһына эйә булған һәм республикабыҙҙы ташлап бер ҡайҙа ла китергә йыйынмай.

– Мәхмүт Мөхәммәт улы, һеҙҙең рус телен һыу кеүек эсеүегеҙгә, бер ниндәй акцентһыҙ, хатаһыҙ һөйләшеүегеҙгә хайран ҡалырлыҡ! Нисек тиҙ үҙләштерә алдығыҙ, рус теленең нескәлектәре, үҙенсәлектәре ярайһы уҡ  ҡатмарлы…

– Ҙур тырышлыҡ һалырға тура килде, йәшермәйем. Телгә хөрмәт күрһәтмәйенсә уны өйрәнеүе ауыр. Телде белеү донъяға, профессияға киң юл аса. 2007–2014 йылдарҙа Донбасста Максим Горький исемендәге Милли медицина университетының дауалау факультетында уҡығанда телде өйрәнеү, шымартыу өҫтөндә байтаҡ эшләргә тура килде.

– Белеүебеҙсә, Иордания юғары кимәлдәге медицина клиникалары менән дан тота. Ни өсөн яҙмышығыҙҙы Башҡортостан, Өфө менән бәйләүегеҙҙе белгебеҙ килә…

– Бөтәһе лә һис көтмәгәндә, уйламағанда килеп сыҡты. Бөгөнгөләй хәтеремдә, атайым менән Амман ҡалаһы буйлап йөрөгәндә бер иғлан күҙгә сағылды. Төрлө илдәрҙәге вуздарға йәштәрҙе уҡырға саҡыралар. Ҡыҙыҡһынып киттек. Башымда табип булыу уйы ла юҡ… Украина тигән ил барыһынан да яҡыныраҡ тойолдо, климаты, тәбиғәте, йәшәү шарттары һәм, әлбиттә, финанс мәсьәләһе. Беҙҙә табип һөнәренә эйә булыу өсөн күп аҡса кәрәк, һәр кемдең ҡулынан килерлек түгел. Бына шулай яҙмыш еле Донбассҡа алып килде. Унда  тыныслыҡ юғалып, сыуалыштар башланғас, кире ҡайтып киттем, документтарҙы тәртипкә килтерергә лә кәрәк ине. Ординатураны тамамлау теләге мине Өфөгә килтерҙе.

Ни өсөн Өфө тимәксеһегеҙме? Иорданияла ординатурала уҡыу ҙур сығымдар талап итә, ә һеҙҙәге түләү ҡулдан килерлек. Рәсәйҙә Башҡортостан тигән гүзәл ил барын Сәғүд Ғәрәбстанында йәшәгән саҡта уҡ белә инек. Беҙҙә Рәсәйҙең “Стройтрансгаз” кампанияһы оҙаҡ йылдар эшләне. Атайым ошонда Дүртөйлө районынан Руслан исемле инженер менән танышҡан.Үҙ-ара тығыҙ аралаша, һөйләшә торғас, һеҙҙең яҡташығыҙ ғаилә дуҫына әүерелеп китте. Уның тәҡдиме менән Башҡортостан дәүләт медицина университетына уҡырға инеп, ике йылда ординатураны тамамланым. Хәҙер бына һеҙҙә алған белем менән өс йыл эшләйем. Тәүҙә Тимер юлсылар дауаханаһында тәжрибә тупланым, 10-сы дауаханала бер ай буйы инфекционистарға ярҙам иттем. Хәҙер 18-се ҡала дауаханаһында инфекционист-кардиолог булып эшләйем.

– Тыуған яҡ һағындырмаймы һуң? Эпидемиологик хәл ҡатмарлығы пландар ҡороу өсөн ҡамасау түгелдер бит?

– Эйе, әлегә бөтә донъя вирус таралыуына ҡаршы көрәшә, үтә тынғыһыҙ, хәүефле ваҡыт. Тик өмөтһөҙлөккә бирелергә ярамай. Мин аспирантураны тамамланым, кандидатлыҡ диссертацияһы өҫтөндә эшләүемде дауам итәм. Өфөнөң 18-се дауаханаһы ауыр патологияларға дусар, сире ковид менән ҡатмарланған ауырыуҙарҙы ҡабул итә. Кардиолог булараҡ, ҡулдан килгән бөтә  медицина ярҙамын күрһәтергә, кешеләрҙе тормошҡа ҡайтарырға тырышам.

Иорданиялағы хәл менән дә ҡыҙыҡһынып торам, унда ла күп ауырыйҙар. Медицина тармағының ҙур өлөшө шәхси ҡулдарҙа, дәүләт клиникалары аҙ. Вакциналар бушлай яһатылһа ла, ковидтан дауаланғандар 15-30 мең һум самаһы аҡса түләргә мәжбүр.

Рәсәй дәүләт клиникалары күплеге, бушлай дауалауҙан һәр кемдең файҙалана алыу мөмкинлеге менән ҡырҡа айырыла, яҡшылыҡты ла күрә, баһалай белергә кәрәк.

Башҡортостанды мин яратам, тормошоғоҙ яҡшы, ә кешеләрегеҙ ниндәй алсаҡ, йомшаҡ күңелле, ябай! Бары мәкерле зәхмәтте тиҙерәк еңергә кәрәк. Ҡатыным Оксанаға ла республика оҡшай. Ҡыҙыбыҙ Аврораға бары алты ай ғына, ул – ысын Өфө ҡыҙы!

Бары ҡышығыҙҙың һыуыҡ булыуына күнегеп бөтә алмайым, өфөләрҙең еңелсә генә кейенеп ҡышты үткәргәндәренә аптырайым. Хәйер, һеҙҙең күңелегеҙҙең киңлеге, йылылығы өшөргә ирек бирмәйҙер…

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас