Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
26 Октябрь , 19:00

“Изгелек” ярҙамға ашыға

“Ҡыҙыу линия”ға 8-800-775-00-14 номеры буйынса шылтыратып, үҙҙәренә прививка яһауҙы һорағандар бар.

“Изгелек” ярҙамға ашыға

Республикала аҙ хәрәкәтләнгән кешеләргә вакцина яһау башланды, тип хәбәр итә Республика халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге етәкселеге.

Бөгөн Өфөләге 46-сы поликлиника табиптары өйҙәргә йөрөп коронавирус инфекцияһына ҡаршы прививка яһаны.

Киров районының “Изгелек” социаль хеҙмәтләндееү үҙәге хеҙмәткәрҙәре акцияға алдан әҙерләнде, аҙ хәрәкәтләнгән кешеләрҙең исемлеген төҙөнө, адрестарын асыҡланы. Был исемлектә ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында вакцина яһатмаған йәки ревакцинацияға килмәгәндәр булыуы билдәле. Улар “ҡыҙыу линия”ға 8-800-775-00-14 номеры буйынса шылтыратып, үҙҙәренә прививка яһауҙы һораны.

"Бөгөн табиптар бригадаһы 27 кешегә вакцина эшләне. Был акция тәүгеһе булмаясаҡ, - тине “Изгелек” үҙәге директоры Тәғзимә Ғабдулвәлиева. – Иң мөһиме - беҙгә айырым маршрут буйынса прививка яһатырға теләгәндәрҙең исемлеген төҙөргә кәрәк".

Фото: ”Башинформ”.

 

Автор:Дина Арсланова