Сәләмәт булайыҡ
26 Октябрь 2021, 17:00

Вакцина яһаттыңмы? Һине бүләктәр һәм ташламалар көтә!

Өфөнөң сауҙа үҙәктәре граждандарға ниҙәр тәҡдим итә? 

Вакцина яһаттыңмы? Һине бүләктәр һәм ташламалар көтә!Вакцина яһаттыңмы? Һине бүләктәр һәм ташламалар көтә!
Вакцина яһаттыңмы? Һине бүләктәр һәм ташламалар көтә!

1 ноябрҙән 31 декабргә тиклем Өфөнөң сауҙа үҙәктәре прививка һалдырған граждандарҙы өҫтәмә дәртләндереү өсөн “Беҙ бергә” акцияһы үткәрә.

"Бындай программа республика халҡына вакцина яһатыуға өҫтәмә мотивация булдырыу өсөн ойошторола. Шуныһы ҡыуаныслы, сауҙа тармағы ситтә ҡалмай, ошондай башланғыс менән сыҡты", – тине республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев.

Проектты “МЕГА Өфө”, “Планета”, “Каруанһарай”, “Галерея АРТ”, “СемьЯ”, “Үҙәк”, “Ирәмәл”, “Простор”, “Өфө” универмагы” ойоштора. Исемлек артабан да тулыланасаҡ.

Акция www.ВместеУфа.рф порталы аша үткәрелә, унда бөтә ташламалар тәҡдимдәре баҫыла.

Ташламалар һәм бүләк уйнатыуҙарҙа ҡатнашыу өсөн вакцинация үткән кешегә порталда теркәлергә, анкета тултырырға һәм прививка тураһындағы сертификаттан QR-кодтың сканын индерергә кәрәк.

Порталда һәр ҡайһы урында теркәлергә була, шул иҫәптән вакцинация пункттарында. Унда прививка һалдырған кешеләргә акция тураһындағы мәғлүмәт менән промо-буклет биреләсәк.

Порталда теркәлер өсөн системаға QR-кодты индерергә һәм шәхси телефонығыҙ номерын күрһәтергә кәрәк.

Аҙна һайын теркәлгән бар кешеләр араһында ҙур приздар (көнкүреш техникаһы, гаджеттар, номиналы 100 мең һум булған бүләк карталары, биш Apple (iPhone 13) смартфоны, ә көн һайын аквапарк, кинотеатр, ресторандарға саҡырыу ҡағыҙҙары, шулай уҡ сертификаттар, ҡуртымға биреүселәрҙән ташламалар уйнатыласаҡ.

"Бизнес ағымдағы хәлде аңлай һәм социаль яуаплы булырға теләй, шуға күрә аңлы граждандарға рәхмәтен бүләктәр, ташламалар аша белдерергә теләй", – тине “Аркада” (“Каруанһарай”, “Өфө” универмагы”) генераль директоры Маргарита Сутюшева.

Бүләк оттороу онлайн тәртибендә www.ВместеУфа.рф сайтында үткәрелә.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=53209

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас