Сәләмәт булайыҡ
27 Октябрь 2021, 10:30

60 йәштән өлкәндәр өйҙән эшләйәсәк

"Ситтән тороп эшләгән граждандарҙың хоҡуҡтары һәм гарантиялары тулы күләмдә һаҡланасаҡ”, – тине Гүзәл Мирошниченко.

60 йәштән өлкәндәр өйҙән эшләйәсәк60 йәштән өлкәндәр өйҙән эшләйәсәк
60 йәштән өлкәндәр өйҙән эшләйәсәк

Рәсәй Президенты Владимир Путин төбәк башлыҡтарына вакцина яһатмаған 60 йәштән өлкәндәрҙе дүрт аҙнаға дистанцияла эшләүгә күсереүҙе тәьмин итергә ҡушты. Ул был сараның вакцина яһатыу һәм иммунитетты барлыҡҡа килтереү өсөн мөһим булыуын аңлатты.

Башҡортостан Профсоюздар федерацияһы рәйесе  Гүзәл Мирошниченко фекеренсә, был тәҡдим көнүҙәк һәм граждандарҙың һаулығын һаҡлауға йүнәлтелгән.

“Ситтән тороп эшләүгә күсереү граждандарҙың хеҙмәткә хоҡуҡтарын боҙмай, сөнки дистанцияла эшләү режимы Рәсәй Федерацияһының  Хеҙмәт кодексында  нығытылған.  Шуға ярашлы, ситтән тороп эшләгән граждандарҙың хоҡуҡтары һәм гарантиялары  тулы күләмдә һаҡлана,”– тине Гүзәл Мирошниченко. Ул дәүләт етәксеһе йөкмәткән эште  үтәү өсөн  республика власы тарафынан тейешле бөтә саралар күреләсәген дә белдерҙе.

Фото:”Башинформ”.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас