Сәләмәт булайыҡ
27 Октябрь 2021, 07:30

Кеше дауахананан сыға ла онота...

"Башҡортостан – минең икенсе тыуған йортом. Дуҫ-иштәрем араһында башҡорт, татар, урыҫ һәм башҡа милләт кешеләре күп..."

Кеше дауахананан сыға ла онота...Кеше дауахананан сыға ла онота...
Кеше дауахананан сыға ла онота...

Беҙҙең бөгөнгө әңгәмәсебеҙ азербайжан егете, Өфөнөң 18-се дауаханаһында рентгенэндоваскуляр хирург булып эшләүсе Гулу  Камран улы Бадалов. Хәйер, ул күптән инде Башҡортостанда үҙ кеше. Бынан 21 йыл элек ғаиләләре менән Өфөгә күсеп килгәндәр, сәбәбе – агроном атаһының  үҫемлекселекте һаҡлау менән бәйле  хеҙмәт эшмәкәрлеге. Баш ҡаланың 38-се мәктәбендә белем ала, тап ошо ваҡытта үҫмерҙә мауыҡтырғыс химия фәненә ҙур ҡыҙыҡһыныу уяна. Башҡортостан дәүләт медицина университетының дауалау факультетын тамамлағандан һуң Мәскәүҙә А. Мясников исемендәге Милли тикшеренеү медицина үҙәгендә клиник ординатура үтә.  Ә бөгөн ул баш ҡаланың 18-се дауаханаһында ҡаты ауырыған пациенттарҙы үлем ҡосағынан алып ҡалыу өсөн эндоваскуляр техника ярҙамында операциялар яһай. Был ят яңғырашлы терминға табип тәүҙә ҡыҫҡаса аңлатма бирҙе.

–Рентгенэндоваскуляр хирургия – өр-яңы, әүҙем үҫешеүсе медицина тармағы.Операцияға тиклем диагностика ысулдарын киңәйтеүсе, пациенттарҙың тормош сифатын яҡшыртыусы мөһим  йүнәлеш.  Төп үҙенсәлеге – бөтә әмәлдәр киҫемһеҙ эшләнә, махсус операция бүлмәһендә рентген контроле аҫтында тиреләге тишек аша яһала.

Тәүҙә  эндоваскуляр техника диагностика маҡсатын ғына күҙ уңында тотһа,  аҙаҡ алынған һөҙөмтәләр был йүнәлешкә артабан үҫергә, заманса медицина технологиялары араһында айырым урын яуларға этәргес бирҙе. Тап шуның һөҙөмтәһендә йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен  ғәҙәти дауалау ысулдары урынына альтернатив әмәлдәр килде. Мәҫәлән, аортокоронар шунтлау  тураһында ишетмәгән кеше юҡтыр.  

–Тимәк, һеҙ яңы ғәмәлдәр ярҙамында теләгән бер ағзалағы ҡан тамырҙары боҙолоуҙарын асыҡлап, пациентҡа кисектергеһеҙ ярҙам күрһәтә алаһығыҙ.

– Яңы технология ярҙамында ҡан ағыуын тиҙ генә туҡтата алабыҙ.  Мәҫәлән,  бала тапҡандан һуң ятҡылыҡ атонияһы мәлендә был ярҙам бик кәрәк.  Әгәр инсультҡа дусар булған ауырыуҙы алты сәғәт эсендә килтереп еткерһәләр, беҙ пациентҡа бөтә ярҙамды күрһәтеп, сәләмәтлеген һаҡлап ҡала алабыҙ. Ҡан тамырҙарындағы тромб эсенә микрокатетер ҡуйып, аспирация ысулы менән һурҙырабыҙ, тамырҙы таҙартабыҙ.  Пациенттың һаулығына ҡурҡыныс юҡ.  Бында барыһын да ваҡыт хәл итә.  

Ғөмүмән, инсульт йышыраҡ төнгө йәки иртәнге мәлдә була. Организм  хәүеф тураһында  алдан сигнал ебәрһә лә, беҙ уны ишетмәҫкә, иғтибар итмәҫкә тырышабыҙ. Ағзаларҙа ойоу, ҡолаҡ шаулауы күҙәтелһә, башығыҙ ҡоршау менән уратылған кеүек ауыртһа, кисекмәҫтән табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк, тигәнде аңлата.

–Бының өсөн бит тәүге медицина звеноһының сәғәт механизмы кеүек эшләүе, тармаҡтың алдынғы рәтендә барыуы шарт. Әлегә иҫкәртеү медицинаһының исеме есеменә тап килеп бөтмәй. Өҫтәүенә пандемия ҡамасаулай...

– Минеңсә, был хәлдең сәбәптәре бихисап, эш хаҡының түбәнлеге, табиптарҙың етешмәүе... Табип дипломы алып сыҡҡан һәр белгесте табип тип атап та булмай әле, быныһын да  эш барышында яҡшы күрергә була. Әммә һаулыҡтың ҡәҙерен белмәүҙә таяҡтың иң ауыр башы үҙебеҙгә төшә.

Беҙҙә иң ҙур бәлә – һаулыҡты һаҡлауҙа мәҙәнилектең етешмәүе. Төрлө ауырыуҙарҙы ҡабул иткәнем, асыҡтан-асыҡ һөйләшеп ултырғаным бар. Шуға бер генә миҫал. “Бына бишенсе йыл инде сирләйем, бер ни ҙә ярҙам итмәй,” тип зарлана бер пациентым, бөтә ауыртҡан-һыҙланған ерҙәрен һөйләй, ярҙам итеүҙе үтенә... ”Һеҙ тәғәйенләнгән дарыуҙарҙы эстегеҙме?”– тип препараттарҙың һәр береһен һанайым. Пациент уларҙың ҡайһы берҙәрен бөгөн генә ишетә, икенсеһен онотҡан, өсөнсөһөн эсеп ҡараған да ярты юлда ташлаған. Ә бөтә лаборатор анализдар норманан юғары, диетаны күҙәтергә ауырыуҙың теләге юҡ...

Сирҙәрҙең күпселегендә тәбиғәт тә, йәмғиәт тә ғәйепле түгел, бары кеше үҙенең ялҡаулығы, аҡылһыҙлығы, битарафлығы  арҡаһында бәләгә тарый. “Медицинаға ышанмағыҙ,  ул күп сирҙәрҙе  дауалай, ләкин кешене сәләмәт итә алмай. Уның  хатта  әлегә кешене сәләмәт булырға өйрәтеү ҡеүәһе лә юҡ”­ – был һүҙҙәрҙе танылған табип, ғалим Николай Амосов бынан байтаҡ йылдар элек  әйтеп  ҡалдырһа ла, улар әле лә көнүҙәклеген юғалтмай. Иҫән-һау булыу даими тырышлыҡ, көс һалыу талап итә, уны бер нимә менән дә алмаштырып булмай. Кеше камил йән эйәһе, үҙ тырышлығы менән түшәккә йығылған еренән торорлоҡ көс таба аласаҡ. Бары йәшәргә дәрт, маҡсат булһын.

–Эйе, кешенең Ер йөҙөндәге эшмәкәрлегенә хайран ҡалырлыҡ, хатта ул Айға аяҡ баҫты, яңы ғына  режиссер-артистарыбыҙ Йыһанда булып, фильм төшөрөп ҡайтты. Хеҙмәт эйәләренә роботтар ярҙамға килә, заман технологиялары үҫешә, иҫ киткес ҙур темп менән алға барабыҙ! Ә хәҙер Өфө урамдарына  күҙ һалайыҡ, бында башҡа күренеш:  йәшеренеп кенә тәмәке көйрәтеүселәрҙе,  күҙҙәрендә нур һүнгән ололарҙы,  ауыр тын алып,  саҡ-саҡ атлаған  һимеҙҙәрҙе, транспортта битлек кеймәй батыр булып ҡыланған пассажирҙарҙы  күрмәү мөмкин түгел.

–Кеше үҙ “йомшаҡлыҡтарының” һәм насар ғәҙәттәрҙең  ҡоло булып йәшәмәһә, ул күпкә һауыраҡ булыр ине. Күҙәткәнем бар: сирҙәр һәм сәләмәт тормош тураһындағы мәҡәләләрҙе, китаптарҙы  һәр кем ҙур ҡыҙыҡһыныу менән уҡырға ярата. Нисек туҡланырға, ниндәй күнегеүҙәр яһарға, ниндәй үләндәр эсергә... Һәр кем:”Иртәгәнән башлайым!”- тип уйлай. Үкенескә ҡаршы, эш ҡыҙыҡһыныуҙан, хыялланыуҙан ары үтмәй.

Үҙебеҙҙең ғаилә тормошонан  бер миҫал. Атайыма 55 йәш. Бер ваҡыт хәле ҡапыл ауырайып, эш саҡ инсультҡа барып етмәне. Биш йыл буйы табип кәңәштәрен тотоу, һәр әйтелгән  тәҡдимде еренә еткереп үтәү, үҙ өҫтөңдә эшләү, холоҡ-фиғелеңде, тормош рәүешен үҙгәртеү эҙһеҙ ҡалманы, хәҙер ул һау-сәләмәт. Бөгөн  ул  һаулығының ҡәҙерен  баһалай белә, тип әйтә алам.

– Сәләмәтлек – үҙе бәхет. Тик, ниңәлер,  беҙ уға тиҙ күнегәбеҙ һәм иғтибар бирмәй башлайбыҙ. Ә бит бары ошо  байлыҡ беҙгә эштә һәм ғаиләлә бәхеткә өлгәшергә ярҙам итә.

– Һау-сәләмәт булыу өсөн дүрт шартты үтәү мөһим: хәрәкәт(физик көсөргәнеш), туҡланыуҙа сама белеү, сынығыу һәм ял итеү. Бишенсеһе лә бар, бәхетле тормош! Тик ул тәүге шарттарҙан тыш,  сәләмәт булыуҙы тәьмин итмәй.

Йыш ҡына табиптар ауырыуҙы аяҡҡа баҫтырып, һауыҡтырып дауахананан оҙата, тик пациент ҡайтыу менән  әйтелгән тәҡдимдәрҙе үтәмәй башлай, һөҙөмтәлә сир оҙаҡҡа һуҙыла.  Бөгөн пандемия тормошобоҙға ҙур үҙгәрештәр индерҙе. Сирлеләр арта, үлем осраҡтары күп.Төрлө хроник сирҙәре булған, өҫтәүенә ковид йоҡторған  пациенттарҙы дауалауы бик ҡатмарлы. Миокард инфарктынан һауыҡтырҙыҡ, тип һөйөнөргә өлгөрмәйһең, кеше коронавирус инфекцияһын еңә алмай һәләк була. Хроник сирлеләр, һимеҙҙәр, имен булмаған ғаилә ағзалары, туберкулез сирлеләр  инфекцияны бик ауыр кисерә, үлем осраҡтары ошо категорияға ҡараған  пациенттар араһында күберәк.

Беҙгә ауырыуҙарҙы башҡа дауаханаларҙан килтерәләр, кемдә - шәкәр диабеты, кемдә - гангрена, кемдә - йөрәк сире... Бер юлы өс бригада эшләй:реаниматологтар, инфекционистар, хирургтар һәм рентгенхирургтар. Һәр ҡотҡарылған ғүмер артында табиптарҙың фиҙакәр хеҙмәте, профессияһына тоғролоғо, кешелекле мөнәсәбәте ята. Һайлап алған һөнәремдең ауырыуға ярҙам итеүен күреп, ысын күңелдән ҡәнәғәтлек тойғоһо кисерәм. Эндоваскуляр әмәлдәрҙең күбеһе өсөн наркоз талап ителмәй, бары пункция урынында ауыртыуҙы баҫыу кәрәк.Ҡаты сирлеләр  өсөн был айырыуса әһәмиәтле.Өҫтәүенә ғәҙәттәге операциялар ваҡытындағы кеүек йәрәхәт эҙҙәре, йөйҙәр тәндә ҡалмай.  Бер һүҙ менән әйткәндә, рентгенэндоваскуляр техникаһы артабан да үҫешәсәк, уның киләсәге ҙур.

– Гулу Камран улы, һеҙ  тәүге аҙымдарығыҙҙы Башҡортостан  ерендә  яһамаһағыҙ ҙа,  ошонда белем алып, ғаилә ҡороп, һаулыҡ һаҡлау тармағында тәжрибә туплайһығыҙ. Артабанғы пландарығыҙ ниндәй?

– Башҡортостан – минең икенсе тыуған йортом. Дуҫ-иштәрем араһында ла башҡорт, татар, урыҫ һәм башҡа милләт кешеләре күберәк.  Хеҙмәт коллективында татыулыҡ, үҙ-ара кешеләрсә мөнәсәбәт, берҙәмлек хөкөм һөрә, бынан да ҡиммәтерәк нимә бар? Өҫтәүенә “Меги” медицина селтәрендә эшләйем, профессиональ яҡтан камиллашыуымды дауам итәм. Алты йәшлек Юсиф улым да ошо бәрәкәтле Башҡортостан ерендә белем аласаҡ, һөнәр һайлаясаҡ.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас