

Бөгөн Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә баш дәүләт санитар табиптар тарафынан айырым кешеләргә мотлаҡ вакцина яһатыу тураһында ҡарар ҡабул ителде. Был хаҡта “Роспотребнадзор”етәксеһе Анна Попова белдерҙе.
Был категорияға уҡытыусылар, хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре, табиптар, сауҙа, йәмәғәт туҡланыуы һәм транспорт хеҙмәткәрҙәре инә. Бынан тыш, хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар, студенттар һәм 60 йәштән өлкәндәр мотлаҡ прививка яһатырға тейеш.
Етәксе әйтеүенсә, халҡының 60 проценты вакцина яһатҡан төбәктәрҙә сирҙе йоҡтороу кимәле йәйге осор менән сағыштырғанда түбәнерәк. Республикала әлегә сир таралыуын дауам итә. Үткән тәүлектә 669 кешенең вирусты йоҡтороуы, 35 ауырыуҙың вафат булыуы билдәле. Әлегә сирҙе еңеүҙең берҙән-бер юлы – вакцина яһатыу.
Фото: “Башинформ”.