

Бөгөндән башлап коронавирусҡа тапшырылған ПЦР-тестың кире һөҙөмтәһе йәмәғәт урындарына инеү өсөн нигеҙ була алмай.
Хәҙер сауҙа үҙәктәренә, матурлыҡ салондарына, бассейн, фитнес-үҙәк, музей, күргәҙмә залы һәм китапханаларға инеү өсөн ковидтан прививка яһатыу тураһында сертификат йәки һуңғы ярты йыл эсендә сирҙе үткәреү тураһында белешмә булыуы мотлаҡ.
Шуның менән бергә ПЦР-тест дауаханаларға дауаланыу өсөн ятҡанда кәрәк буласаҡ.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров элегерәк ПЦР-тест белешмәһенән баш тартыу сәбәбен аңлатып үткәйне. Уның әйтеүенсә, вакцина яһатыу – коллектив иммунитет булдырыуҙа берҙән-бер сара. Ул шулай уҡ ҡала һәм район башлыҡтарына санитар-эпидемиологик талаптарҙы халыҡҡа, эре предприятие етәкселәренә еткереү үтенесе менән мөрәжәғәт иткәйне.
Фото: ”Башинформ”.