

Республикала һуңғы тәүлектә яңы коронавирус инфекцияһын 668 кеше йоҡторған, сиргә дусар булғандарҙың дөйөм һаны 83486-ға етте. Вафат булғандар һаны артыуын дауам итә, тәүлек эсендә 36 ауырыуҙы табиптар ҡотҡара алмаған. Вирус ҡорбандары 2482 кеше тәшкил итә.
Һуңғы тәүлектә 649 пациент һауыҡҡан. Әле стационарҙарҙа – 982, амбулатор шарттарҙа 7340 кеше дауалана. 53 пациенттың хәле ауыр, етәүһе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған.
Вирусты йоҡторғандарҙың иң күбеһе Өфөлә (285 осраҡ), Күмертауҙа (62), Белорет (56) һәм Бәләбәй (51) райондарында теркәлгән.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.