

Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин коронавирус инфекцияһынан вакцина яһатыу тураһында яңы сертификат үҙенсәлеген аңлатты.
Документ федераль ведомствола раҫланған. Прививка яһатҡан граждандар 8 ноябрҙән бер өлгөләге яңы белешмәләр ала башлаясаҡ.
Вакцина яһатыу тураһында сертификат ҡағыҙ һәм электрон рәүештә буласаҡ. ”Дәүләт хеҙмәттәре” порталында ул 8 ноябрҙә барлыҡҡа киләсәк. Ошо көнгә тиклем алынған сертификаттар 2022 йылдың 1 мартына тиклем автоматик рәүештә яңыртыласаҡ. Граждандарҙың теләге буйынса, сертификатты электрон рәүештә генә түгел, медицина хеҙмәттәре порталынан йәки медицина ойошмаһынан баҫтырып алырға мөмкин.
Максим Забелиндың әйтеүенсә, яңы сертификатта прививка яһатҡан кешенең шәхси һәм медицина мәғлүмәттәре буласаҡ. Уны рус һәм инглиз телендә уҡырға мөмкин.
Фото: ria.ru