

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Туймазы ҡалаһында эш сәфәрендә булды. Унда йоғошло ауырыуҙар госпитале төҙөлөшөнә бүленгән майҙансыҡты ҡарап сыҡты һәм ойоштороу мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Премьер-министр төҙөлөш майҙансығын әҙерләүгә юғары баһа бирҙе һәм локация күҙлегенән уның уңайлы булыуын билдәләне.
– Сибайҙағы кеүек үк Туймазыла ла госпиталде тап ошо урында төҙөргә ҡарар итеү осраҡлы түгел. Инженерлыҡ коммуникациялары күҙлегенән майҙансыҡ әҙер, һәм ул республиканың көнбайышында йәшәгәндәрҙең барыһы өсөн дә территориаль йәһәттән уңайлы, – тине Андрей Назаров.
Уның әйтеүенсә, Туймазы, Октябрьский һәм Бәләбәй стационарҙарында сирлеләр күп булыуға бәйле, ковид менән ауырыған пациенттар өсөн госпиталь төҙөүгә ихтыяж ҙур.
– Был дауаханаларҙа 150-200 урынды ковид менән сирлеләр биләй. Әлбиттә, был башҡа ауырыуҙарға медицина ярҙамы күрһәтеүҙе ҡыйынлаштыра. Шуға күрә йоғошло ауырыуҙар госпитален мотлаҡ төҙөргә кәрәк, – тине Премьер-министр.
Туймазылағы госпиталь проекты 10-ар бокстан торған дүрт инфекция, реанимация һәм интенсив терапия, ҡабул итеү бүлектәрен һәм экспресс-лабораторияны күҙаллай. Госпиталь шәхси медицина газдары станцияһы менән йыһазландырыласаҡ. Был пацинеттарҙы кислород менән өҙлөкһөҙ тәьмин итеү мөмкинлеген бирәсәк.
Андрей Назаров яңы үҙәкте 50 – 70 көн эсендә төҙөү бурысын ҡуйҙы.
– Зубов ауылындағы, Стәрлетамаҡтағы үҙәктәрҙе күпме ваҡыт эсендә төҙөнөк, Туймазылағы госпиталь төҙөлөшөндә лә ошо уҡ срок үтәләсәк. Әле иң мөһиме – граждандарҙың ғүмерен һаҡлап ҡалыу. Беҙҙә тәжрибә бар. Зубов ауылында үҙәкте беҙ – 55 көндә, Стәрлетамаҡта 50 көндә төҙөнөк, – тине ул.
Туймазыға эш сәфәре тураһында Хөкүмәте Премьер-министры социаль селтәрҙәге сәхифәһендә лә яҙып сыҡты.
“Туймазыла йоғошло ауырыуҙар госпитален төҙөү өсөн майҙансыҡты ҡарап сыҡтым. Сибайҙағы кеүек үк, урын ҡала биләмәһендә һайланған – бөтә инженерлыҡ коммуникациялары эргәлә. Октябьскийға тиклем ни бары 11 километр – тимәк, унан да кешеләргә йөрөү уңайлы буласаҡ. Ғөмүмән, бында республиканың бөтә көнбайышынан пацинеттар дауаланасаҡ. Медицина үҙәге Сибайҙағыға оҡшаш була, тик персонал өсөн дөйөм ятаҡ ҡына төҙөлмәй. Бында уға ихтыяж юҡ.
Кисә кис Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәт, прокуратура етәкселәре һәм Хөкүмәттәге коллегалар менән осраштым. Законды боҙмайынса, конкурс ғәмәлдәрен тиҙләтеү һәм төҙөлөшкә йылдам тотоноу тураһында һөйләштек. Дауаханаларҙың кәмендә 50 йыл хеҙмәт итеүе, заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылыуы мөһим. Ә төҙөлөштө бик тиҙ тамамларға ниәтләйбеҙ. Ваҡыт көтөп тормай”, – тип яҙған Андрей Назаров.
Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=53230
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=53230