

“Эпидемия мәлендә вакцина яһатырға ярамай”, - тип ҡаршы төшкән кешеләр ҙә бар. СПИД һәм йоғошло ауырыуҙар үҙәгенең баш табибы Рафаэль Яппаров был фекерҙе кире ҡаҡты.
“Моғайын, бында һүҙ эпидемия башланғанға ҡәҙәр прививка яһатыу тәҡдиме тураһында баралыр. Һәр вакцинанан һуң организмға антиесемдәр барлыҡҡа килтереү өсөн ваҡыт талап ителә. Ғәҙәттә, быға ике-өс аҙна ваҡыт кәрәк. Шуға күрә табиптар иртәрәк прививка яһатыуҙы һорай. Мәҫәлән, киҙеү ноябрь-декабрь айҙарында килә, шуға күрә вакцинацияны сентябрҙә башлайҙар. Әммә был ҡалған ваҡытта прививка эшләтергә ярамай тигәнде аңлатмай.
Тарихҡҡа күҙ һалайыҡ. Пандемия осоронда халыҡҡа прививка яһап, сирҙе еңеү осраҡтары билдәле. Мәҫәлән, Рәсәй табибы Владимир Хавкин 19-сы быуат аҙағында йоғошло тағун сиренән вакцина эшләп, Һиндостандағы эпидемияны баҫырға китә. Үлем осраҡтарын яҡынса 90 процентҡа кәметеү мөмкин була”.
Фото: newsbash.ru