

Бөгөн Өфөлә бер юлы ике яңы вакцина яһатыу пункты асылды.
Береһе Сипайлово биҫтәһендә “ОКЕЙ” гипермаркетында урынлашҡан. Икенсеһе - Коммунистик урамындағы 39-сы йортта. Ул республиканың 65 йәштән өлкән кешеләрен ҡабул итәсәк.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, вакцина ҡаҙатҡан ололар өсөн бүләктәр ҡаралған: гөлдәр, шәхси гигиена саралары, тонометрҙар. Пункт көн һайын иртәнге 9-ҙан 16.00 сәғәткә тиклем эшләйәсәк. Хеҙмәтләндереү барлыҡ санитария талаптарын иҫәпкә алып ойошторола. Медицина белгестәре менән тулы инструктаж үткәрелгән.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.