

Республиканың Йәмәғәт палатаһы бөгөн коронавирус инфекцияһы таралыуын булдырмау буйынса саралар тураһында видеоконференция рәүешендә үткән “түңәрәк өҫтәл”гә вазифалы кешеләрҙе, йәмәғәт эшмәкәрҙәрен, әүҙемселәрҙе, журналистарҙы йыйҙы.
Әңгәмәне алып барған Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары Рәмил Рәхимов әйтеүенсә, был пандемия темаһы барыбыҙҙы ялҡытһа ла, әлегә ул беҙҙе үҙенән алыҫ ебәрмәй. Ысынлап та, көн һайын кешеләрҙең сирҙе йоҡторуы, тиҫтәләп вафат булыуы, яҡындарыбыҙ араһындағы юғалтыуҙар, фажиғәләр бер кемде лә битараф ҡалдыра алмай. Шуға күрә мәкерле сирҙең таралыуын туҡтатыуға бәйле һәр һорау, эшлекле кәңәш, тәҡдим бик мөһим.
“Эйе, хәлде яҡшы беләбеҙ, шуға күрә һеҙҙән халыҡ менән эшләү, аңлатыу алып барыу буйынса кәңәштәрегеҙҙе ишеткебеҙ килә”, – тине Рәмил Насибулла улы, видеоконференцияла ҡатнашыусыларға һүҙҙәрен төбәп. Тәүге сығыш яһаусы онколог, медицина фәндәре докторы, Йәмәғәт палатаһының комиссия рәйесе урынбаҫары Камил Ганцев халыҡты үҙ өлгөңә зйәртеү өсөн ышандырыу көсөнөң әһәмиәте хаҡында һөйләне. “Мин сирҙе үткәрҙем, уның ниндәй мәкерле икәнлеген яҡшы беләм. Шәхси миҫалымда нисек кәрәклеген яҡындарыма күрһәттем, прививка яһаттым. Бөтә туғандарым да вакцина ҡаҙатты, ышандырыу көсө ҡеүәтле ул, барығыҙға ла уны ҡулланыуҙы теләйем”, – тине табип.
“Суд эксперты” йәмғиәте директоры, Йәмәғәт палатаһы комиссияһы рәйесе урынбаҫары Евгений Мельников Башҡортостан Башлығы указына индерелгән һуңғы үҙгәрештәрҙе тәүҙә өнәмәгәнен, аҙаҡ мәсьәләне төптән анализлап өйрәнгәс, уның ваҡытлы көнүҙәк сара булыуын аңлағанын һөйләне. Йәмғиәттең бөтә кимәлендә аңлатыу эштәре алып барыуҙың мөһимлеге хаҡында һүҙ етерлек булды. “Ышандырыу көсөн һәм мәжбүр итеү сараларын берҙәй ҡулланырға кәрәклеген хәҙерге тормош шарттары талап итә. Педагогтарыбыҙ вакцина яһатыуға аңлы рәүештә килде. 80 проценты прививка эшләтте, балалар баҡсаһы тәрбиәселәренең - 90, өҫтәмә белем биреү хеҙмәткәрҙәренең 88 проценты вакциналы. Мәктәптә балалар менән күҙгә-күҙ ҡарашып, аралашып белем биреүҙең ниндәй ҙур байлыҡ икәнен пандемия аңлатты”, – тине сығышында мәғариф һәм фән министрының беренсе урынбаҫары Илдар Мәүлетбирҙин.
Республикала һуңғы көндәрҙә вакцина яһатыу темпы артһа ла, 60 йәштән өлкәндәр араһында прививка эшләтеүҙең һүлпәнлеге борсой. Айырым һөнәр кешеләренә уны мотлаҡ ҡаҙатыуҙы хуплап сығыш яһағандар ҙа, алдағы бер аҙналыҡ ял көндәренең сир таралыу сылбырын өҙәсәгенә ышаныс белдереүселәр ҙә булды. Хәйер, кешене ышаныс һәм өмөт йөрөтөүе билдәле. Тимәк, ғәҙәттәге тормошҡа ҡайтыу өсөн бөтә кеше бер булып санитария ҡағиҙәләрен үтәргә, вакцина яһатырға тейеш.
Әлегә төрлө ысулдарҙы һынай-һынай, сикләү сараларын индереп, коронавирус таралыуын еңергә тырышабыҙ. Яңылышлыҡтар ҙа, етешһеҙлектәр ҙә булыуы ихтимал, быныһын инде пандемияны еңгәс анализларбыҙ, тикшерербеҙ. Хәҙергә мәкерле сирҙе ауыҙлыҡлау өсөн бөтә сараларҙы ла күреү яҡшы.
Фото: BashNews.