Сәләмәт булайыҡ
29 Октябрь 2021, 14:00

Сикләү саралары көсәйтелде

Көндәлек тормошобоҙға ҡағылған был яңы ҡағиҙәләр хаҡында - яҙмала.

Сикләү саралары көсәйтелдеСикләү саралары көсәйтелде
Сикләү саралары көсәйтелде

Мәғлүм булыуынса, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыуы хәүефе менән бәйле көсәйтелгән әҙерлек режимы тураһындағы указына үҙгәрештәр индерҙе.

Яңы документҡа ярашлы, алдағы көндәрҙә 30-ҙан ашыу кеше ҡатнашлығында эшлекле, мәҙәни, күңел асыу һәм спорт саралары ойоштороуҙан тыйылырға, һис юғында уларҙы кисектереп торорға тәҡдим ителә. Төбәк оператив штабының ҡарары нигеҙендә коронавирус таралыуын булдырмау маҡсатында үткәрелгән сараларға ғына был талаптар ҡағылмай.

Рәсәй Президенты Указы буйынса 30 октябрҙән 7 ноябргә тиклем иғлан ителгән түләүле ял көндәрендә республиканың мәҙәниәт һәм һаулыҡ һаҡлау ойошмалары үҙ эшен планға ярашлы дауам итәсәк.

Төнгө 11-ҙән иртәнге 6-ға хәтлем тамашалар, күңел асыу саралары уҙғарыу һәм йәмәғәт туҡланыуы хеҙмәттәре күрһәтеү тыйыла, әммә дистанциялы сауҙа, йәғни әйберҙе һатып алыусыға илтеп биреү буйынса сикләү юҡ. Балалар өсөн тәғәйенләнгән уйын бүлмәләре һәм күңел асыу үҙәктәре эшләмәйәсәк.

29 октябрҙән үҙҡурсаланыу режимын һаҡлау 60 йәште үткәндәр һәм хроник сирҙән яфаланыусылар өсөн мотлаҡ. Коронавирусҡа ҡаршы вакцина яһатып, "Дәүләт хеҙмәттәре" порталы аша сертификат алған йәки һуңғы ярты йыл эсендә COVID-2019 менән ауырығаны тураһында белешмәһе булған кешеләргә генә халыҡ араһында йөрөү рөхсәт ителә.

Бығаса билдәләнгән сикләү саралары шул килеш ҡала. Бынан ары вакцина эшләтеүҙән табип ҡушыуы буйынса азат ителеү хаҡында белешмә иғтибарға алынасаҡ, тик уның менән бергә паспорт йәки шәхесте раҫлаусы башҡа документ һәм күп тигәндә 72 сәғәт элек яһалған ПЦР-анализдың һөҙөмтәһен (әгәр ул ыңғай булмаһа) йөрөтөргә кәрәк.

Ойошма етәкселәренә 29 октябрҙән үк 60 йәштән (элек 65 йәштән ине) өлкән һәм хроник сирле хеҙмәткәрҙәренең барыһын да ситтән тороп эшләүгә күсерергә кәңәш ителә. Хеҙмәт урынына килеп йөрөүе бик мөһим булған белгестәргә, шулай уҡ вакцина ҡаҙатҡандарға һәм һуңғы алты айҙа коронавирус менән ауырып алғандарға ғына сикләүҙәр ҡуймаҫҡа мөмкин.

Эш биреүселәргә йәнә коронавирустан прививка эшләткән хеҙмәткәрҙәренә түләүле ике көнлөк ял бирергә тәҡдим ителә.

Ойошма һәм предприятиелар, хеҙмәткәрҙәре араһында COVID-2019 йоҡтороусылар барлығы асыҡланһа, тиҙ арала "Роспотребнадзор"ҙың республика идаралығы менән берлектә санитария һәм эпидемияға ҡаршы саралар үткәрергә бурыслы. Халыҡ күп йөрөгән ойошмалар (сауҙа, медицина объекттары, финанс ойошмалары, күп функциялы үҙәктәр һ.б.), шулай уҡ авиация, тимер юл, һыу һәм автомобиль транспорты менән кеше ташыусылар санитария һәм эпидемияға ҡаршы саралар үткәреүгә айырыуса яуаплы ҡарарға, көн һайын даими рәүештә дезинфекция яһарға тейеш.

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығына COVID-19 сиренә ҡаршы вакцинаға ҡағылышлы Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙең берҙәм порталына килгән мәғлүмәттәрҙе ҡыҫҡа ваҡытта сифатлы итеп эшкәртеүҙе тәьмин итергә, ихтыяж булған хәлдә ирекмәндәрҙе ярҙамға саҡырырға ҡушыла.

Фото: zen.yandex.ru

Автор:Даян Мазитов
Читайте нас