Сәләмәт булайыҡ
29 Октябрь 2021, 07:15

“Ғәҙәттәге тормошҡа ҡайтҡыбыҙ килә...”

шәхси архивтан.шәхси архивтан.
Фото:шәхси архивтан.

Республика йоғошло ауырыуҙар клиник дауаханаһының 8-се бүлеге мөдире Фәғилә Ғаяз ҡыҙы Ҡотлоғужина, һуңғы осорҙа мәкерле сирҙең таралыуына ҙур борсолоу белдереп, түбәндәгеләрҙе һөйләне:

 – Беҙ Запотоцкий урамында урынлашҡан йоғошло ауырыуҙар дауаханаһында балаларҙы ковидтан дауалайбыҙ. Хәҙер бәләкәстәр араһында ла сирлеләр артыуы ныҡ хафаландыра. Улар вирусты йоҡтормаһын өсөн ата-әсәләрҙең яуаплы булыуы, ваҡытында вакцина яһатыуы бик мөһим. Балалар ҙа сирҙе ауыр үткәрә.

Прививка һеҙҙе 100 процентҡа сир йоҡ­тороуҙан һаҡлай алмауы ихтимал, әммә сирҙе еңелерәк үткәрергә, тиҙерәк аяҡҡа баҫырға, һис һүҙһеҙ, ярҙам итәсәк. Мин быны тәжрибәмә таянып әйтәм. Әлеге көндә дауаханала 69 бала дауалана, барыһына ла медицина ярҙамы тулы күләмдә күрһәтелә. Беҙ уларҙың йәһәтерәк һауығып сығыуын, ата-әсәһен ҡыуандырыуын теләйбеҙ.

Хөрмәтле ата-әсәләр, беҙҙең дә ғәҙәттәге тормошҡа тиҙерәк ҡайтҡыбыҙ, шәхси эш-мәшәҡәттәр менән булышҡыбыҙ, ял иткебеҙ килә. Табиптар араһында ла ҡаты сирләгәндәр күп. Ярҙам итеүегеҙҙе үтенәбеҙ: вакцина яһатығыҙ, яҡындарығыҙҙың сәләмәтлеген хәүеф аҫтына ҡуймағыҙ!

 

- Динә Арыҫланова 

 

Читайте нас