

Барыһы ла аҙ ғына өшөүҙән – елле, ямғырлы көндә туҡталышта 15 минут самаһы автобус көтөүҙән башланды. Иртәгәһенә кискә ҡарай тәнемдә бер аҙ хәлһеҙлек күҙәтелде, әммә был көн ғәҙәттәгесә үтте. Өсөнсө көн төшкөлөккә ҡапыл тән температураһы күтәрелеп, баш ауыртыу, хәл бөтөү башланғас, поликлиникаға барыуҙан башҡа сара ҡалманы.
Сир көтмәгәндә башлана
Арыу уҡ ҡына сиратта көтөп ултырып, “Ковид-19”-ға тест биреп, ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы астырып, юл ыңғайы табип яҙған дарыуҙарҙы һатып алып ҡайтып киттем. Тән температураһы 38-гәсә күтәрелде, баш сатнап ауырта, хәл юҡ. Икенсе көндә лә ошо симптомдар дауам итте. Телефонға миндә тажзәхмәткә тест һөҙөмтәһенең ыңғай булыуы тураһында хәбәр килеп төштө. Ғәжәпкә ҡаршы, был хәлде тыныс ҡабул иттем. Күп тә үтмәй, участка табибы шылтыратып, кисә яҙған дауалауға тағы бер нисә төр дарыу өҫтәне, кәңәштәрен бирҙе һәм бер нисә көндән компьютер томографияһы үтергә кәрәклекте, ҡасан, ҡайҙа килергә икәнде әйтте.
Өсөнсө көн тигәндә тән температураһы төштө, бер аҙ хәл ингәндәй булды, ашарға теләк уянды. Артабан да хәл яҡшырыуға барғандай тойолдо: өй эсендәге ваҡ-төйәк эште башҡарып, китап уҡып, кино ҡарап, ял итергә тырышам, табип билдәләгән дауаланыуҙы дауам итәм. Алтынсы көн тигәндә компьютер томографияһы үтергә саҡырҙылар. Мин “был сир ошолай үтеп китеп баралыр” тип уйлаған инем, улай булмай сыҡты: тикшереү ике үпкәлә лә пневмония башланыуын, уларҙың 24 процентҡа елһенеүен күрһәтте.
Йәш кенә участка табибы дауаханаға ятырға тәҡдим итте. “Әлләсе... Мин үҙемде яҡшы тоям. Ни өсөн бер ниндәй ҙә симптом – температура, йүтәл, тын ҡыҫылыу юҡ һуң?” – тип һорашам. “Белеп булмай шул. Был бит ковид арҡаһында барлыҡҡа килгән пневмония”, – тип яуап бирҙе терапевт.
Дауаханаға һис тә ятҡым килмәй ине, әлбиттә. Әммә йәш белгес ныҡыш булып сыҡты: “Бер аҙна самаһы уколдар, “капельница” алһағыҙ, бик тиҙ еңәсәкһегеҙ. Өйҙә ни булырын белеп булмай, бөгөн үпкәгеҙҙең елһенеүе – 24 процент, иртәгә 50 булыуы ла бар”, – тигәс, йүнәлтмәне ҡулыма алдым. Йәш булһа ла, белгес дөрөҫ әйтәлер әле, тип уйланым. Шулай итеп, “Ашығыс ярҙам” автомобиле поликлиниканан тура Өфө ҡалаһының 5-се дауаханаһына алып китте. Минең насар кәйефте һиҙгән фельдшер егет тә: “Апай, ҡайғырмағыҙ, дауаханала күпкә тиҙерәк һауығасаҡһығыҙ”, – тигәс, “Ярай, ятып дауаланырға тигәс, дауаланырға”, – тигән ныҡлы ҡарарға килдем.
Дауахананың ҡабул итеү бүлегендә урындар етешмәүе, әлегә коридорға һаласаҡтары тураһында әйттеләр. Бишенсе ҡаттың коридорында биш-алты кеше ята ине. Саҡ атлап йөрөгән, туҡтауһыҙ йүтәлләгән ауыр хәлдәгеләр ҙә күп кенә. “Әллә бушҡа инеп яттым бындай сирлеләр араһына... Өйҙә генә дауаланһам...” – тигән уйҙар биләп алды, ғариза яҙып, сығып китеү теләге лә булды. Уңарсы “капельница” тотоп, шәфҡәт туташы эргәмә килеп тә баҫты. Бына шулай, коридорҙа ятаһыңмы, палаталамы, ҡарап тормайҙар – барыһын да дауалайҙар. Бер сәғәт самаһы яттыммы-юҡмы, палата бушаны, тип мине өсөнсө ҡатҡа төшөрҙөләр. Бында кеше аҙыраҡ, тынысыраҡ та ине, коридорҙа ятҡан сирлеләр ҙә юҡ. Шулай итеп, баш ҡаланың ковид-госпиталь итеп үҙгәртеп ҡоролған 5-се дауаханаһындағы бер-береһенә оҡшаш көндәрем башланды.
Палаталаштар
Мине дүрт кешегә иҫәпләнгән палатаға һалдылар. Бушаған койка-урындар бер сәғәт эсендә эшкәртелә һәм унда шунда уҡ яңы пациент инеп урынлаша.
63 йәшлек Марина ҙур ғына предприятиеның тегеү цехында эшләй. “Бер көн иртәнсәк етәксебеҙ эшкә килде лә: “Сирләп торам, бер нисә көн булмайым”, – тип яныбыҙҙа сәғәт самаһы ғына булып ҡайтып китте. Баҡтиһәң, ковид йоҡторған булған. Ике-өс көндән цехтағы дүрт кеше бер ыңғай ауырып киттек, барыбыҙҙың да тест һөҙөмтәһе ыңғай булды”, – ти ҡатын. Үпкәһенең елһенеүе 50 процент булған Марина сирҙе ауыр ғына үткәрҙе, сатурация кимәле төшөп, тыны ҡыҫылып ыҙаланы. Прививка яһатмағайны.
61 йәшлек Рәмзилә апай шәхси медицина лабораторияһында эшләй. “Белмәйем, был сирҙе ҡасан, нисек эләктергәнмендер? Эштә бик етди һаҡлыҡ саралары күрелә, һәр ерҙе даими рәүештә махсус шыйыҡсалар менән эшкәртәбеҙ, битлек, бирсәткә кейеп йөрөйбөҙ. Маршрут автобусында күптәр битлек кейеүҙе онотто бит, шунда йоҡҡандыр, тип уйлайым”, – ти.
74 йәшлек Анна Васильевна яңғыҙы йәшәй. “Мин хатта магазинға ла йөрөмәйем, аҙыҡ-түлекте ҡыҙым йәки улым алып килә. Уларҙа сир билдәләре булманы, ә мин бына ауырыным”, – ти оло йәштәге ханым. Дауаханаға эләгеүенә аҙнанан ашыу ваҡыт үткәйне. Прививка яһатмаған. “Әллә ниңә икеләндем, яһатырға кәрәк булған”, – тип үкенесен дә белдереп алды. Уға сатурация кимәлен тейешле кимәлдә тотоу өсөн махсус кислород аппараты биреп ҡуйҙылар. Ҡорамал ныҡ геүләп эшләй, шулай ҙа түҙергә тура килә, сөнки оло йәштәге ҡатын тыны ҡыҫылып ыҙалай.
Дүрт көн үтеүгә, дауаханаға минән байтаҡ алдараҡ ятҡан Марина һауығып өйөнә юлланды. Уның урынына 41 йәшлек Светлана инеп ятты. Үпкәһенең елһенеүе – 33 процент, хәле сағыштырмаса тотороҡло, һәр хәлдә, ул да минең кеүек кислород битлеген ҡулланманы, сатурация кимәле лә артыҡ төшөп ыҙалатманы.
Алтынсы көндә үткән рентген миндә лә пневмонияның сигенеүен, хәлемдең тотороҡланыуын күрһәтте. Көн һайын ҡабул ителгән укол һәм ҡан тамыры аша ҡабул ителгән махсус шыйыҡсалар үҙ ғәмәлен эшләмәй ҡалмағандыр. Етенсе көн иртәнсәк табип өйгә ҡайтырға мөмкин булыуын белдерҙе. Әлбиттә, был хәбәрҙе ҡыуанып ҡабул иттем. Тиҙ арала миңә ярҙам ҡулы һуҙған, заман сирен еңергә ярҙам иткән дауахана хеҙмәткәрҙәренә, бындағы берҙәм, татыу коллективҡа ихлас рәхмәтемде белдереп, өйгә юлландым.
Улар – үҙ эшенең оҫтаһы
Һүҙ юҡ, медицина хеҙмәткәрҙәре үҙ бурыстарын шул тиклем белеп, ышаныслы башҡара. Битлек, күҙлек, бирсәткә, һаҡланыу костюмында килеш тә ҡан тамырын тиҙ генә табып, укол ҡаҙайҙар, анализ алалар, шыйыҡса ебәрәләр. Дауахананың эш тәртибе көйлө ағымға һалынған. Һәр көн иртәнге алтыла сатурация, тән температураһы үлсәнә, кәрәкһә, анализдар алына. Артабан – укол ҡаҙатыу, ҡан тамырына шыйыҡса ебәреү, табиптың ҡарауы, дауалауҙың барышы менән ҡыҙыҡһыныу. Йүнәлгәндәр өйөнә юллана, улар урынына яңы сирлеләр инеп кенә тора. Тағы ла шуны билдәләргә кәрәк: сирле берәй процедураға, мәҫәлән, рентген йәки ЭКГ бүлмәһенә барырға тейеш булһа, мотлаҡ медицина хеҙмәткәре оҙатыуында бара. Ауыр сирлеләрҙе, башы әйләнеп, хәле булмағандарҙы коляска менән йөрөтәләр.
Медицина хеҙмәткәрҙәренең барыһы ла махсус һаҡ кейемендә. “Ауыр түгелме?” тигән һорауға “Был костюмдарға өйрәнеп бөттөк инде, тик эҫе мәлдә ныҡ ҡыйын, тән тын алмай”, – ти шәфҡәт туташтары һәм табиптар. Баштан-аяҡ һаҡ костюмына уранған, пациенттарға махсус күҙлек, визор, битлек аша баҡҡан, көн тимәй, төн тимәй күҙгә күренмәгән дошманға ҡаршы көрәшкән табиптарға, шәфҡәт туташтарына һоҡланмау, рәхмәтле булмау мөмкин түгел.
Өфө ҡалаһындағы 5-се ковид-госпиталдә баш табип Азалия Роберт ҡыҙы Азаматова етәкселегендә берҙәм, эшһөйәр коллектив тупланған. Уның урынбаҫары, медицина өлкәһе буйынса начальник Татьяна Николаевна Лисовская – бындағы эшмәкәрлекте ойоштороуға ҙур көс һалған һәләтле, тәжрибәле белгес. Мин ятҡан өсөнсө ҡаттағы бүлексәнең табиптары Эльвира Хәмзә ҡыҙы Сакаева, Эльвира Юрьевна Уткина, госпиталдең өлкән шәфҡәт туташтары Фәнүзә Флүр ҡыҙы Хәзиуллина, Рәмзилә Әҡсән ҡыҙы Вәлетдинова, бүлексәнең бал ҡорто кеүек егәрле шәфҡәт туташтары Алина Фәнзил ҡыҙы Сиразетдинова, Эльмира Ришат ҡыҙы Мырҙағолова, һәр ерҙә таҙалыҡ булдырған санитарка Эльвира Радик ҡыҙы Тимерғолова һәм башҡалар тураһында тик маҡтау, рәхмәт һүҙҙәре генә әйткем килә. Уларҙың үҙ бурысын шундай ҙур ышаныс менән башҡарыуы, кәрәк урында сирлеләрҙе тынысландыра, дәртләндерә белеүе, аҡыллы, төплө кәңәштәр биреүе, һис шикһеҙ, ауырыуҙы тиҙерәк еңеүгә өмөт-ышаныс бүләк итә.
Өйгә ниндәйҙер еңеллек менән юлландым. Мине беренсе ҡатҡа тиклем оҙатҡан шәфҡәт туташы: “Башҡаса сирләмәгеҙ!” – тип йылмайып оҙатып ҡалды. Эйе, теләйбеҙме, юҡмы, беҙ бөгөн тажзәхмәтле донъяла йәшәргә мәжбүрбеҙ. Сир әлегә сигенергә уйламай, ул, киреһенсә, көндән-көн нығыраҡ шаша, яңы ҡорбандар эҙләй...
Табиптар биргән кәңәштәрҙән һәм үҙ миҫалымдан сығып, шуны әйтә алам: сирҙе аҙҙырырға ярамай! Күптәр ауырый башлаған мәлдә сәләмәтлек торошона иғтибар итеп етмәй, һөҙөмтәлә мәкерле сир тиҙ генә организмды ялмап ала. Үпкә елһенеүен 50-70 процентҡа еткергәндәр уны бик ауыр үткәрә, тын ҡыҫылыуҙан, һауа етмәүҙән, хәлһеҙлектән йонсой. Шуға күрә организмығыҙҙа аҙ ғына үҙгәреш, хәлһеҙлек тойһағыҙ ҙа, иғтибарлы булығыҙ, өшөмәҫкә тырышығыҙ һәм, әлбиттә, битлек, бирсәткә кеүек һаҡлыҡ саралары тураһында ла оноторға ярамай.
Сир-зәхмәт һеҙҙе урап үтһен, һаҡланайыҡ, бер-беребеҙҙе һаҡлайыҡ!
- Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА.

