

Башҡортостанда һуңғы тәүлектә коронавирус йоҡтороуҙың 668 яңы осрағы асыҡланған, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.
Пандемия башланғандан алып төбәктә 86 меңдән ашыу кеше ковид йоҡторҙо.
Бөгөнгә ҡарата район дауаханаларында 916 пациент дауалана, шуларҙың 597-һе - оло йәштәгеләр. Уларҙың 42-һе ауыр хәлдә. Амбулатор рәүештә 7,3 меңдән ашыу ауырыу дауалана. Уларҙың 6,1 меңдән күберәге — 60 йәштән өлкәндәр.
Һуңғы тәүлектә коронавирустан 669 ауырыу һауыҡҡан. Ҡыҙғанысҡа күрә, 35 кеше вафат. Пандемия башланғандан алып республикала был күрһәткес 2,6 меңгә етте. Шул иҫәптән 60 йәштән өлкән 2287 кеше вафат булған.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығы граждандарҙы вакцина эшләтергә саҡыра. Тап шул ысул менән генә сирҙе еңә, үҙебеҙҙе һаҡлай аласаҡбыҙ.
Фото: medicina.ru