Сәләмәт булайыҡ
1 Ноябрь 2021, 15:30

”Химия булды, әммә беҙ айырылыштыҡ”

Ошолай тип аталған проект ҡатын-ҡыҙҙарҙы фотосессияла ҡатнашырға саҡыра. Шарттары - яҙмала.  

”Химия булды, әммә беҙ айырылыштыҡ””Химия булды, әммә беҙ айырылыштыҡ”
”Химия булды, әммә беҙ айырылыштыҡ”

Онкология сире менән ауырыған ҡатын-ҡыҙҙарҙы яҡлау буйынса ”Химия булды, әммә беҙ айырылыштыҡ” Бөтә Рәсәй проекты республиканың гүзәл зат вәкилдәрен фотосессияла ҡатнашырға саҡыра.

Проект фототерапияны психологик ярҙам булараҡ файҙаланып, онкология сирле ҡатын-ҡыҙҙарҙы уңышлы дауалауҙы, реабилитацияға булышлыҡ итеүҙе күҙ уңында тота. Кампанияның маҡсаты онкология диагнозы ҡуйылған кешеләрҙә ҡалыптарҙы һындырыу һәм ҡурҡыуҙан арындырыуға, йәмғиәттә ауырыуҙарға ҡарата рәхимлек, миһырбанлыҡ тойғолары уятыуға йүнәлтелгән. Ваҡытында асыҡланған яман шеш уңышлы дауалана, матурлыҡтың сирҙе еңеүе менән йыш осрашабыҙ.

Проекттың беренсе сессияһы декабрҙә үткәрелә. Ҡатнашыу өсөн үҙең тураһында яҙманы проект сайтына ебәрергә кәрәк.

Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин әйтеүенсә, фотосессия онкология сиренә дусар кешеләрҙе социализациялауға мөһим өлөш индерәсәк, уларҙың психологик торошон яҡшыртасаҡ, дауаланырға дәртләндерәсәк. Ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәренең һаулығына иғтибарлыраҡ булырға өйрәнер, әлеге ваҡытта дауаланған аҫыл затта өмөт уты ҡабындырыуға ла ярҙам итер тигән ышаныс бар. “Моя фототерапия” сайтында ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәренең яҙмышына төшкән һынауҙарҙы үтеүе, нисек  дауаланыуы менән бүлешә, кәңәшләшә ала.

Фото: ”Башинформ”.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас