Сәләмәт булайыҡ
2 Ноября 2021, 10:45

35 ауырыу ауыр хәлдә

Илдә эпидемиологик хәлдең насарланыуы һөҙөмтәһендә QR-код системаһын Рәсәйҙең байтаҡ төбәктәрендә индерҙеләр.

Добавить в предпочтительные источники Google
35 ауырыу ауыр хәлдә35 ауырыу ауыр хәлдә
35 ауырыу ауыр хәлдә

Һуңғы тәүлектә республикала коронавирусты йоҡтороуҙың 669 осрағы асыҡланды. Әле стационарҙарҙа 880 кеше дауалана, уларҙың 584-е – өлкәндәр. 35 кеше ауыр хәлдә.

Амбулатор шарттарҙа 7,3 меңгә яҡын ауырыу дауалана, был һандың 6,1 меңен 60 йәштән өлкәндәр тәшкил итә. Һуңғы тәүлектә 700-гә яҡын ауырыу һауыҡҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 36 үлем осрағы теркәлгән, тип хәбәр итә БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала коронавирус менән бәйле сикләүҙәр индерелгән. Сауҙа үҙәктәренә, кинотеатрҙарға, 50-нән ашыу урынлыҡ йәмәғәт туҡланыуы учреждениеларына, матурлыҡ салондарына, сауна, фитнес-клубтарға, “Орлан” ҡала яны поезына, ҡала-ара автобустарға  бары вакцина яһатыу тураһында сертификаттың  QR-коды, сирҙе үткәреү тураһында белешмә, йәки прививка яһатырға ярамау тураһында  медицина күрһәтмәһе (ПЦР-тест һөҙөмтәһе менән бергә) менән генә үтергә мөмкин.

Илдә  эпидемиологик хәлдең насарланыуы һөҙөмтәһендә QR-код системаһын Рәсәйҙең байтаҡ төбәктәрендә индерҙеләр. Ниндәй осраҡта ниндәй кодтар талап ителәсәк, быны стопкоронавирус.рф порталында сикләүҙәр картаһында күрергә мөмкин. Мәғлүмәттәрҙе Төбәктәргә идара итеү үҙәктәре туплай һәм әҙерләй.

– Губернаторҙар ҡабул иткән саралар төрлө төбәктәрҙә айырылыуы ихтимал. Шуға күрә халыҡҡа аңлайышлы булһын өсөн тулы мәғлүмәтте стопкоронавирус.рф сайтында тупланыҡ, – тигән аңлатма бирҙе “Диалог Регионы” ассоциацияһының генераль директоры урынбаҫары Кирилл Истомин.

Фото:екатеринбург.рф

 

Автор:Дина Арсланова