Сәләмәт булайыҡ
2 Ноябрь 2021, 15:40

Еҫһеҙ көсһөҙ түгел!

Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы төҙөгән регламентҡа ярашлы йорттарҙың ишек алдарына дезинфекция кәм тигәндә аҙнаһына ике тапҡыр эшләнергә тейеш.

Еҫһеҙ көсһөҙ түгел!Еҫһеҙ көсһөҙ түгел!
Еҫһеҙ көсһөҙ түгел!

Башҡортостандың ҡала һәм райондарында коронавирус таралыуына юл ҡуймау өсөн күп ҡатлы йорттарҙың ишек алдарына дезинфекция үткәреү дауам итә.

– Республика башлығы Указына һәм “Роспортебнадзор”ҙың методик тәҡдимдәренә ярашлы дөйөм ҡулланылыштағы урындарҙы ошо рәүешле былтырҙан бирле эшкәртәбеҙ. Сараны торлаҡ ойошмалары тормошҡа ашыра, дезинфекция өсөн кәрәк-яраҡ Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы тарафынан бүлеп бирелә, – тине “Өфө ҡалаһы Киров районының торлаҡ хужалығы идаралығы” акционерҙар йәмғиәтенең бүлек етәксеһе Антонина Самойлова. – Беҙ ҡулланған препарат еҫһеҙ, шуға ҡайһы берәүҙәр уның тәьҫирле булыуына ҡарата шик белдерә. Ысынында иһә вирусҡа ҡаршы үткәрелгән сараның һөҙөмтәһе бик юғары.

Күп ҡатлы йорттарға ингән урындарҙа тамбур, холл, коридор, һикәлтәләр һәм улар араһындағы майҙансыҡтар, почта ҡумталарының тышы мотлаҡ эшкәртелә. Ихаталарҙа балалар уйнаған ҡоролмалар, эскәмйәләр, ҡый ташлағыстар ҙа дезинфекциялана.

Пушкин урамындағы 54/1-се күп фатирлы йортта йәшәүселәр ширҡәте рәйесе Лилиә Решетова әйтеүенсә, халыҡ әлеге сараларҙы аңлап ҡабул итә, торлаҡ ойошмаһының эше контролдә тотола.

Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы төҙөгән регламентҡа ярашлы йорттарҙың ишек алдарына дезинфекция кәм тигәндә аҙнаһына ике тапҡыр эшләнергә тейеш.

 

Фото: Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы.

Автор:Даян Мазитов
Читайте нас