

Коронавирус сигенергә уйламай. Башҡортостан етәкселеге сирҙе мөмкин тиклем туҡтатыу маҡсатында төрлө саралар күрә. Мәҫәлән, Өфө ҡалаһында күп фатирлы йорттарҙың подъездарына дезинфекция үткәреү планға ярашлы бара.
"Баш ҡалабыҙҙың күп фатирлы йорттарындағы подъездарға махсус шыйыҡса һиптереү, ишек тотҡаларын йыуыу эҙмә-эҙлекле дауам итә, – ти Өфө ҡалаһы торлаҡ-коммуналь хужалығының директор урынбаҫары Илдар Ғөбәйҙуллин. – Был тәңгәлдә белгестәр артығы менән етә. Улар махсус кейем менән тулыһынса тәьмин ителгән. Комбинезон, резина итек, бирсәткә, күҙлек - барыһы ла бар. Һәр кем бурысына яуаплы ҡарай, эштең мөһимлеген аңлай".
Илдар Флиарет улы билдәләүенсә, подъездарға дезинфекция уҙғарыу тәүлегенә ике тапҡыр башҡарыла, иң тәьҫирле шыйыҡса – авирбак. Белгестәр күп фатирлы йорт подъездары һил саҡта эшкә тотона. Кешеләр уларҙы аңлап ҡабул итә. Дезинфекция эше киләсәктә лә алып барыласаҡ.
Фото: коронавирус-онлайн.ру