

Өфө ҡалаһының 17-се дауахана базаһында урынлашҡан ковид госпиталендә коронавирус инфекцияһын йоҡторған 16 сабый дауалана. Өсәүһе – реанимацияла. Был хаҡта республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин хәбәр итте.
Етәксенең әйтеүенсә, инфекция сабыйҙарға әсәләренән йоҡҡан. Сабыйҙарҙың ковидтан вафат булған осраҡтар әлегә теркәлмәгән. Ата-әсәләр вакцина яһатҡан ваҡытта сирҙе йоҡтороуҙар аҙыраҡ булыр ине.
Һуңғы осорҙа коронавирус балаларҙы ла аямай. Шуға күрә август аҙағында 17-се дауахана базаһында кескәйҙәр өсөн ковид госпитале булдырылды. Сабыйҙарҙы мәкерле сирҙән һаҡлау өсөн үҙебеҙҙең сәләмәт булыуыбыҙ, вакцина яһатыуыбыҙ кәрәк.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.