Сәләмәт булайыҡ
3 Ноябрь 2021, 12:00

Ирекмәндәр ярҙам итергә әҙер

Бер аҙна эсендә генә колл-үҙәккә 2360 тапҡыр шылтыратҡандар...

Ирекмәндәр ярҙам итергә әҙерИрекмәндәр ярҙам итергә әҙер
Ирекмәндәр ярҙам итергә әҙер

Башҡортостанда 3,5 мең ирекмән һәм 942 автоирекмән һәр көн һайын  мохтаждарға ярҙам ҡулы һуҙа.  “Берҙәм Рәсәй”ҙең “Беҙҙең хәстәрлек” ирекмәндәр үҙәге пандемия осоронда меңәрләгән кешене үҙенә тупланы.

“Тәүге тулҡын ваҡытында ла шулай булды, хәҙер ҙә шулай. Ирекмәндәр яңғыҙҙарға, кемгә хәрәкәтләнеүе ауыр, кем ауыр тормош хәленә юлыҡҡан - барыһына ла ярҙам итә. Аҙыҡ-түлек, дарыу һатып алалар, өлкәндәрҙе поликлиникаларға илтәләр, кире килтереп ҡуялар. Бер аҙна эсендә генә колл-үҙәккә 2360 тапҡыр шылтыратҡандар, 2156 тапҡыр – ауыл ерҙәренән. Мин  башҡаларға ярҙам иткән һәм итергә теләгән һәр кемгә рәхмәт әйтәм,” – тип яҙған республика етәксеһе Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге битендә.

Кем ошо эшкә ҡушылырға теләй, 8-800-201-89-03 телефоны аша мөрәжәғәт итә ала.

 Фото:”Башинформ”.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас