Сәләмәт булайыҡ
3 Ноябрь 2021, 05:00

“МЕГА” сауҙа үҙәгендә яңы мобиль пункт асылды

Ул көн һайын 14 сәғәттән 20 сәғәткә тиклем эшләйәсәк.

“МЕГА” сауҙа үҙәгендә яңы мобиль пункт асылды“МЕГА” сауҙа үҙәгендә яңы мобиль пункт асылды
“МЕГА” сауҙа үҙәгендә яңы мобиль пункт асылды

Бөгөн Өфө ҡалаһының Рубеж урамындағы “МЕГА” сауҙа үҙәгендә коронавирустан вакцина яһатыу пункты асылды. Ул көн һайын 14 сәғәттән 20 сәғәткә тиклем эшләйәсәк. Эш бөтә санитария талаптарын иҫәпкә алып башҡарыласаҡ. Табиптың ҡабул итеү, прививка яһау бүлмәләре булдырылған, вакцина ҡаҙатҡандан һуң пациенттар  ярты сәғәт табип күҙәтеүендә буласаҡ.

Пункт бөтә тейешле ҡорамалдар менән йыһазландырылған, медицина хеҙмәткәрҙәре вакцина яһатыу тураһындағы мәғлүмәттәрҙе Республика мәғлүмәт аналитика системаһына һәм Федераль регистрға индереү өсөн интернетҡа инеү мөмкинлеге менән тәьмин ителгән. Пункт шок терапияһы ҡорамалдары менән йыһазландырылған. Иммунизация үткәргән медицина хеҙмәткәрҙәре менән вакцинаны ҡулланыу, ашығыс һәм кисектергеһеҙ  ярҙам буйынса инструктаж үткәрелгән.

 Фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас