

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров видеоконференция тәртибендә төбәктә коронавирус сиренең таралыуына юл ҡуймау буйынса оператив штаб ултырышын үткәрҙе. Көн тәртибендә – санитария-эпидемиологик сараларҙы көсәйтеү, ковидҡа ҡаршы вакцинация темпын арттырыу.
Вице-премьер – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин яңы коронавирус сиренә ҡаршы прививка яһатҡандар күләме буйынса республиканың ил төбәктәре араһында 13-сө урынды биләүе тураһында белдерҙе. Вакцинация буйынса иң юғары күрһәткескә – 90 проценттан ашыуға – Бүздәк, Өфө, Саҡмағош, Шишмә һәм Әлшәй райондарында өлгәшкәндәр. Тәүге компонентты - 1697608, икеһен дә 1358090 кеше яһатҡан. Бер тәүлектә прививканы 21817 граждан һалдырған. Максим Забелин әйтеүенсә, эшкә йөрөмәгән осорҙа республикала вакцинация темпы бер аҙ түбәнәйгән.
Башҡортостан Башлығының Контроль идаралығы сауҙа үҙәктәрендә, кинотеатрҙарҙа, матурлыҡ салондарында, физкультура-һауыҡтырыу комплекстарында, фитнес клубтарында, мәҙәниәт учреждениеларында, шулай уҡ ҡала-ара транспортында эпидемияға ҡаршы сараларҙың үтәлешен тикшереүҙе дауам итә. Республиканың ҡайһы бер ҡалаларында тәртипте ҡабатлап боҙоусылар асыҡлана. Төбәк етәксеһе сауҙа үҙәктәрендә тикшереү сараларын көсәйтергә ҡушты.
Оператив штаб ултырышында санитария-эпидемиологик талаптарҙың һәм вакцина яһатмаған кешеләр өсөн сикләүҙәрҙең үтәлешенә контролде көсәйтергә ҡарар ителде, шулай уҡ 1 декабрҙән ғәмәлгә ингән сираттағы сикләү саралары тикшерелде. Мәғлүм булыуынса, ул көндән шифахана-курорт ойошмаларына, профилакторийҙарға, пансионаттарға, ял йорттарына урынлашҡанда ковидҡа ҡаршы вакцинация тураһындағы сертификатты йәки коронавирус менән ауырып һауығыу тураһындағы белешмә ҡағыҙын күрһәтеү шарт.
Радий Хәбиров оператив штабтың киләһе ултырышына сәнәғәт һәм төҙөлөш предприятиелары етәкселәрен саҡырырға ҡушты. Улар хеҙмәткәрҙәрҙе вакцинациялау графигының үтәлеше тураһында һөйләргә тейеш.
– Прививка – коллектив иммунитет булдырыуҙың берҙән-бер ысулы, – тине республика Башлығы. – “Роспотребнадзор” ҡарарына ярашлы, 18 декабрҙән һуң эш биреүселәр прививка һалдырмаған хеҙмәткәрҙәрҙе эшкә индермәҫкә хоҡуҡлы.
“Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров яңы прививка үҙәктәре асылыуы тураһында һөйләне.
"28 октябрҙә Өфөнөң Комсомол урамындағы Өлкәндәр өсөн халыҡ университетында ололарға махсус вакцинация пунктын астыҡ. “Өлкәндәр хаҡында хәстәрлек” акцияһа нигеҙендә ошондай уҡ пункттар 15 ҡала һәм районда эшләй башланы", – тине ул.
Был пункттарҙа прививка яһатҡандар “Сәләмәтлек посылкаһы”н ала. Унда шәхси һаҡланыу һәм гигиена саралары, тонометр һалынған. Автоирекмәндәр эш көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем 8-800-201-89-03 номеры (бушлай) буйынса шылтыратҡан өлкәндәрҙе прививка үҙәктәренә ташый. Башҡортостандың Ковидҡа ҡаршы хәл-шарттар үҙәге лә эшен дауам итә. Көн һайын иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем (347) 218-19-19 телефоны буйынса “ҡыҙыу элемтә”гә шылтыратып, тест һөҙөмтәһен асыҡлау, ковидҡа ҡаршы вакцинацияға яҙылыу, өйҙә дауаланыу буйынса консультация алыу мөмкинлеге бар.
Фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/147313.html
Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/147313.html