Сәләмәт булайыҡ
3 Ноябрь 2021, 12:50

Ял көндәрендә поликлиникалар нисек эшләйәсәк?

Брифингта республикалағы эпидемиологик хәл һәм вакцина яһатыу барышы менән таныштырҙылар, көнүҙәк һорауҙарға яуап бирҙеләр.

Ял көндәрендә поликлиникалар нисек эшләйәсәк?Ял көндәрендә поликлиникалар нисек эшләйәсәк?
Ял көндәрендә поликлиникалар нисек эшләйәсәк?

Һаулыҡ һаҡлау министрлығында коронавирус таралыуын иҫкәртеү мәсьәләләренә арналған  брифингта  республикалағы эпидемиологик хәл һәм вакцина яһатыу барышы менән таныштырыуҙан тыш, көнүҙәк һорауҙарға ла яуап алынды. Уҡыусыларыбыҙҙы шуларҙың иң мөһимдәре менән таныштырабыҙ.

– Интернетта антибиотиктар һәм гормональ препараттар ингән дауалау протоколдары схемалары күп. Кешеләр амбулатор шарттарҙа дауаланғанда был схемаларҙан файҙалана. Был дауаларҙың ниндәй эҙемтәләре булыуы ихтимал?

– Интернеттағы бөтә кәңәштәр ҙә ысынбарлыҡҡа тап килмәй, антибиотиктарҙы контролһеҙ ҡулланыу хәүефле. Иң тәүҙә табип менән кәңәшләшергә кәрәк, ул ғына дарыуҙарҙы сәләмәтлеккә зыян килтермәйенсә ҡабул итерлек дозала тәғәйенләй ала.  Коронавирус инфекцияһын дауалауҙа тәүге төп аҙым –  вирусҡа ҡаршы препараттар ярҙамында организмға вирус көсөргәнешен кәметеү. Антибиотиктар вирус инфекцияһына бактериаль флора ҡушылғанда тәғәйенләнә.

– “Спутник Лайт” ҡасан республикаға килтереләсәк?

– Ваҡытлыса методик күрһәтмәләргә ярашлы, ревакцинацияны Рәсәйҙә теркәлгән дүрт вакцина менән яһайҙар.  Препаратты табип тәғәйенләй. “Спутник Лайт”тың бер компонентлы булыуы уңайлылыҡ тыуҙырғанға күрә, кешеләр уға өҫтөнлөк бирергә тырыша. Ихтыяж ҙур булғанлыҡтан, ҡайһы бер төбәктәрҙә уға ҡытлыҡ тыуҙы. Был прививка нигеҙҙә ревакцинация өсөн файҙаланыласаҡ.

Был вакцинаның ун көндән килеүе көтөлә.  Республикаға бөтәһе  ике миллиондан ашыу вакцина килтерелгән, әйләнештә 500 меңдән ашыу препарат иҫәпләнә.  Ревакцинация һәм прививка яһатыу өсөн теләгән бер вакцинаны ҡулланырға ярай.  Вакцинаға ҡытлыҡ юҡ.

– Прививка яһатыр алдынан антиесемдәргә анализ биреү кәрәкме?

– Был сара маҡсатҡа ярашлы түгел. Антиесемдәр кимәле вакцина яһатыуға ҡаршылыҡ була алмай. Прививка яһатыу өсөн бындай анализ талап ителмәй.

– Сайтта вакцина яһатыу тураһында  QR-код булмаһа, ни эшләргә?

– Был осраҡҡа аныҡ алгоритм бар.  Әгәр “Дәүләт хеҙмәттәре” сайтының “Сәләмәтлек” бүлегендә QR - код юҡ икән,  “Сертификат булмауына дәғүә белдерергә” тигән төймәгә баҫырға кәрәк. Электрон форма асыласаҡ. Дәғүәгеҙҙе белдереп,үҙегеҙҙә булған документтар файлдарын өҫтәй алаһығыҙ. Әгәр мәсьәләне тиҙ хәл итергә уйлаһағыҙ, прививка эшләткән медицина учреждениеһына мөрәжәғәт итегеҙ, үҙегеҙ менән мотлаҡ СНИЛС алығыҙ.

– “Каникулдар” осоронда медицина учреждениелары нисек эшләйәсәк?

– 3 ноябрҙә эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡартыла.

– 4 ноябрҙә –байрам көнө.

- 5,6,7 ноябрҙә –ял көндәре.

Тәүге медицина-санитария ярҙамы күрһәтеүсе медицина ойошмалары түбәндәге режимда эшләйәсәк:

– 4 ноябрҙә– 8 сәғәттән 17 сәғәткә тиклем, кисектергеһеҙ ярҙам саҡырыу - 16 сәғәткә тиклем;

– 5 ноябрҙә –эш көнө графигы буйынса (махсус учреждениеларҙан тыш);

– 6 ноябрҙә –шәмбе графигы буйынса 8 сәғәттән 17 сәғәткә тиклем ( кисектергеһеҙ ярҙам саҡырыу - 16 сәғәткә тиклем);

7 ноябрҙә –  8 сәғәттән 16 сәғәткә тиклем саҡырыуҙар ҡабул ителә (кисектергеһеҙ ярҙам менән);

Ашығыс медицина бригадалары, травмпункттар, дежур хеҙмәттәр көсәйтелгән режимда эшләйәсәк.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас