

Өфөләге 13-сө ҡала дауаханаһының клиник-диагностик үҙәгендә белгестәр махсус прибор ярҙамында 18 минут эсендә коронавирус булыу-булмауын асыҡлай. Был хаҡта лаборатория мөдире Светлана Музюкова аңлатма бирҙе.
Пациенттарҙың биоматериалы лабораторияға килтерелә. Хеҙмәткәр тәүге бокста исемлектәрҙе эшкәрткәндән һуң уларҙы тәҙрә аша икенсе боксҡа – “бысраҡ зона”ға тапшыра. Табиптар анализ биргән кешелә коронавирустың булыу-булмауын белеү өсөн махсус ҡиммәтле прибор ярҙамында вирусты бүлеп сығара.
“Беҙ яңы прибор – анализатор алдыҡ. Ул вирусты 18 минут эсендә бүлеп сығарырға һәләтле, элек быға сәғәт ярым ваҡыт китә ине. Анализаторға бер юлы һынауға алынған 96 өлгө ҡуйыла,” – ти лаборатория мөдире.
Өс бүлмә тәҙрәләр менән тоташтырылған. Өсөнсө боксҡа - “таҙа зона”ға – шулай уҡ тәҙрә аша анализ өлгөләре тапшырыла. 1 сәғәт 20 минут дауамында улар анализаторҙа тора. Аҙаҡ табиптар уларҙы амплификаторға ҡуя, һөҙөмтәне алып, берҙәм “ПроМед” системаһына тапшыра. Кеше шунда уҡ смс-хәбәр алып, үҙендә коронавирус булыу-булмауын белә. Лаборатория хеҙмәткәрҙәре өс сменала төн уртаһына тиклем эшләй. Анализ һөҙөмтәләре дүрт-алты сәғәт дауамында әҙерләнә, иң мөһиме, биоматериалдар лабораторияға тиҙ барып етергә тейеш.
Ксения Калинина фотоһы.