Сәләмәт булайыҡ
4 Ноябрь 2021, 16:00

Тағы 24 кеше вафат

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, коронавирусҡа бәйле хәл яҡшырмай.

Тағы 24 кеше вафатТағы 24 кеше вафат
Тағы 24 кеше вафат

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, һуңғы тәүлектә коронавирусты тағы ла 675 кеше йоҡторған. Был ауырыуға дусар булғандар республикала хәҙер 88 848-гә етте.

Стационарҙа – 915, шул иҫәптән 60 йәштән өлкән 582 пациент. Уларҙан 81 кеше ауыр хәлдә, унауһы үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған.

Амбулатор дауалауҙа - 7 289 сирле. Шул иҫәптән 60 йәштән өлкәндәр – 6102. Һуңғы тәүлектә 662 кеше дауаланыуҙы тамамлаған. Шәбәйгәндәрҙең дөйөм иҫәбе - 77 899. COVID-19 сиренән һуңғы тәүлектә 24 үлем осрағы теркәлгән. Вирус ҡорбандарының дөйөм һаны – 2 745. Шул иҫәптән 60 йәштән өлкәндәр – 2 404 кеше.

Пневмонияға килгәндә, уның менән ауырығандар әле 205 кеше иҫәпләнә.

COVID-19-ҙан вакцинациялау планы - республика буйынса 2 484 667 (оло йәштәгеләр һаны – 3 105 835). Башҡортостанға бөтәһе 2 282 558 доза килтерелгән. 1-се компонентты 1 712 492 кеше яһатҡан (вакцина алырға тейешле халыҡтың 69 проценты). 1 371 425 граждан тулыһынса эшләткән. Был – тейеш булғандарҙың 55,2 проценты). Бер тәүлектә 28 279 кеше вакцина яһатҡан, шул иҫәптән 60 йәштән өлкәндәр – 890 387. Оло быуын араһынан прививканың 1-се компонентын – 428 013, икеһен дә 345 035 кеше эшләткән.

Фото: 23ru.net.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас