

Башҡортостанда пандемияға бәйле түләүле ялды 7 ноябрҙән ары оҙайтырға йыйынмайҙар. Был турала төбәктә коронавирустың таралыуына юл ҡуймау буйынса оператив штабтың республика Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә үткәрелгән ултырышында хәбәр ителде.
Был ҡарар "Роспотребнадзор"ҙың төбәк идаралығының һәм республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының вакцина яһатмағандар өсөн тәғәйенләнгән сикләү сараларынан һәм ноябрь башындағы бер аҙналыҡ ялдан ниндәй файҙа булыуын тикшергәндән һуң индергән тәҡдимдәренә нигеҙләнә. Улар әлеге ғәмәлдәрҙең ыңғай һөҙөмтә биреүен билдәләгән. Прививка яһатыу тиҙлеге арта – ял көндәрендә 10 мең кеше булһа, эш көндәрендә – 20-30 мең.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин әйтеүенсә, төбәк ихтыяждары өсөн Рәсәйҙә етештерелгән 2282558 доза вакцина һатып алынған, 4 ноябргәсә 1718835 кеше (69,2 процент) уның тәүге компонентын ҡаҙатҡан, тулыһынса прививка эшләткәндәр иһә 1379866-ға (55,5 процент) еткән.
4 ноябргә ҡарата республикала коронавирус менән сирләгәндәр һаны 89521 кеше тәшкил итә. Уларҙың 78536-һы шәбәйгән, шул иҫәптән 637-һе – һуңғы тәүлектә. Шул уҡ һәңғы тәүлектә 673 кешенең COVID-19 йоҡторғаны асыҡланған.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров вакцина яһатмаған кешеләр өсөн сикләү сараларының һәм санитар-эпидемиологик нормаларҙың үтәлешен ҡаты контролдә тоторға ҡушты.
Фото: news.1777.ru