

Һуңғы аҙнала ғына “Беҙҙең хәстәрлек” ирекмәндәр хәрәкәтенең колл-үҙәгенә өс меңгә яҡын хәбәр килде. Берәүҙәргә аҙыҡ-түлек һәм дарыуҙар, икенселәргә күңел йылылығы кәрәк.
– Бөгөн миңә алты килограмм он, бер нисә ҡап дөгө, ҡарабойҙай ярмаһы һатып алырға һәм илтергә кәрәк. Былары исемлектең бер өлөшө генә,– ти Гөлшат Ҡәйүмова. Ул һөнәре буйынса – массажсы, ирекмәнлек менән былтырҙан алып буш ваҡытында шөғөлләнә.
– Пандемия башланыу менән ошо хәрәкәткә ҡушылдым. Минең ата-әсәйем даими ярҙамға мохтаж, күптәргә ошондай яҡшы мөнәсәбәт һәм ярҙам кәрәклеген аңланым, – ти ул.
Пенсионер Наталья Синельникова әйтеүенсә, бындай ярҙамсыл ирекмәндәрҙең хеҙмәте хәҙерге осорҙа баһалап бөткөһөҙ. “Минең кеүек сәләмәтлеге буйынса мөмкинлектәре сикләнгән ололар байтаҡ. Ҡасандыр мин дә һау-сәләмәт инем, ғүмерем буйы рентгенологияла эшләнем. Яңылыш тайып йығылып, янбаш һөйәген һындырҙым, – ти пенсионер. - Рәхмәт инде бындай мәрхәмәтле, кеше бәләһенә битараф булмаған ирекмәндәргә!”
“Беҙҙең хәстәрлек” өс мең ярымдан ашыу ирекмәнде һәм 942 автоирекмәнде берләштерә.
– Кемдеңдер ғаиләһе ковид менән сирләй, магазинға сығырға мөмкинлектәре юҡ, кемдер вакцина яһатыу пунктына илтеүҙе һорай, кемгәлер кәңәш кәрәк, – ти ирекмән Агалия Федорова.
Ирекмәндәр хәрәкәтенә теләгән һәр кем ҡушыла ала. 8-800-201-89-03 телефонына шылтыратығыҙ, шулай уҡ ошо телефон буйынса заявка ҡалдырып була.
Фото:BashNews