Сәләмәт булайыҡ
6 Ноябрь 2021, 05:00

Коронавирустан вафат булған кемдәргә аҡса түләнә?

Компенсация күләме – 68,8 мең һум, инвалидлыҡҡа килтергән осраҡта 688 мең һумдан ике миллион һумға тиклем етеүе ихтимал.

Коронавирустан вафат булған кемдәргә аҡса түләнә?Коронавирустан вафат булған кемдәргә аҡса түләнә?
Коронавирустан вафат булған кемдәргә аҡса түләнә?

Башҡортостанда коронавирустан вафат булған 33 медицина хеҙмәткәре ғаиләләре 91 миллион һум күләмендә страховка түләүҙәре алды. Был хаҡта “РБК-Уфа” порталы хәбәр итә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, страховка түләүҙәре, Рәсәй Президенты указына ярашлы, Социаль страховка фонды тарафынан хеҙмәт бурыстарын үтәгәндә коронавирус сирен йоҡторған медицина хеҙмәткәрҙәренә түләнә. 313-сө указға ярашлы, ковид  арҡаһында хеҙмәткә яраҡлылыҡты ваҡытлыса юғалтҡан табип өсөн компенсация күләме – 68,8 мең һум, инвалидлыҡҡа килтергән осраҡта  688 мең һумдан ике миллион һумға тиклем етеүе ихтимал. Вафат булған осраҡта табип ғаиләһе 2,7 миллион һум күләмендә аҡса ала. Бындай түләүҙәр табиптарға ғына түгел, кесе медицина хеҙмәткәрҙәре һәм "Ашығыс ярҙам" хеҙмәте водителдәре өсөн дә ҡаралған.

Социаль страховка фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе мәғлүмәттәре буйынса, пандемия башланғандан алып сирҙе йоҡторған медицина хеҙмәткәрҙәренә 15,3 меңгә яҡын түләү башҡарылған. Страховка түләүҙәре суммаһы 1,14 миллиард һум тәшкил итте. Шуның 91 миллион һумын ковидтан һәләк булған 33 табиптың ғаиләһе алды.

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, октябрь аҙағында республикала 12,7 мең медицина хеҙмәткәре инфекцияны үткәргән, һигеҙенә инвалидлыҡ билдәләнгән.

Фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас