

Ҡупшы кейенгән, йөҙөнән йылмайыу китмәгән оло йәштәге инәйҙе редакцияла күреү бер аҙ аптыратты. Ошондай сир йоҡтороу хәүефе һаҡланған мәлдә ҡурҡмайынса ниңә килергә булған?
“Һеҙ ҡурҡмағыҙ минән, балаҡайҙар, мин һәйбәт әбей ул, - тип көлдөрҙө Нажиә инәй. – Битлек кейәм, коронавирусты еңеп сыҡтым. Табиптарға рәхмәтте һеҙҙең гәзит аша белдерергә булдым”.
Яҡшы ниәт менән йөрөгән кешегә ни әйтәһең, ризалаштыҡ, һөйләгәндәрен түкмәй-сәсмәй ҡағыҙға теркәнек. Шулай ҙа өйҙә ултырыу режимын һаҡлауын үтендек, иҫән-һау булыуын теләнек.
93 йәшлек һуғыш һәм хеҙмәт ветераны Нажиә Рәхим ҡыҙы Исмәтованың яҙмышы китап яҙырлыҡ. Көйөнөстәргә ҡарағанда һөйөнөстәр күберәк булды, ти ул. Судта секретарь булып та эшләгән, "һеҙҙең яҙыу-һыҙыу эшен яҡшы аңлайым", ти ул.
“Медицина хеҙмәткәрҙәре араһында ололарға ихтирамлы, кеселекле, йылы ҡарашлы табиптар булғанына һөйөндөм. Элек ундайҙар күберәк ине лә... Хәҙер заман ныҡ ҡына үҙгәрҙе шул, балаҡайҙар, ябай кешеләргә иғтибар аҙыраҡ, мөнәсәбәт ҡырыҫыраҡ.
Май айында бөтә донъяны ялмаған сир миңә лә эләкте. Хәлде ала торған насар ауырыу. Участка табибын өйгә саҡырттым, мине компьютер томографияһына ебәреүен үтенеп һорайым. “Начмедтың рөхсәте кәрәк”, - тип ул миңә йүнәлтмә бирмәне. Аптырап торманым, Өфөнөң 5-се поликлиникаһына юлланырға булдым, бәлки, оло кешенең хәленә инерҙәр тигән өмөт бар. Тәүҙә поликлиниканың баш табип урынбаҫары Оксана Дмитриеваның ишеген шаҡыным. Ул мине иғтибар менән тыңлағас, терапия бүлексәһе мөдире Гөлнара Ғәзизованы саҡырҙы. Ҡулыма 6-сы дауаханаға компьютер томографияһы үтергә “тиҙ!” тигән яҙыу менән йүнәлтмә тотторҙолар. Ул ғынамы, миңә "Ашығыс ярҙам" машинаһы биреп ҡуйҙылар. Тикшереү үткәс, кире килтерҙеләр. Өйҙә дауаланыу өсөн дарыуҙар тәғәйенләнеләр. Әллә дарыуҙары, әллә яҡшы, йылы мөнәсәбәттәре килеште, тиҙ арала йүнәлдем, вирусты еңдем.
Оҙаҡламай йәнә табиптар ҡулына ҡалдым. Оло кеше булһам да, тешһеҙ йәшәү мөмкин түгел, вирустан ҡурҡып, ошондай матур заманда, бөтә мөмкинлектәр барҙа, тешһеҙ йөрөү килешмәй, тип стоматология клиникаһына килдем. Һәҙиә Дәүләтшина урамындағы “Айытов клиникаһы”нда һаулығымды тикшереп, тештәремде дауалау һәм ҡуйҙырыу тураһында кәңәшләштеләр. Бының уйын түгеллеген беләм, ваҡыты ла, аҡсаһы ла кәрәк. Шөкөр, минең барыһы ла бар. Клиника хужаһы Рөстәм Мөҙәрис улы үҙе ҡабул итте. Эш ҡатмарлы ғына буласаҡ икән. Табип үҙенең урынбаҫары Елена Федорова менән кәңәшләшеп, эште үҙҙәре башҡарып сығырға ҡарар иттеләр. Дауаланылар. Тештәрем хәҙер ялтырап тора, бик уңайлы. Тәүҙә эш өсөн 25 мең һум аванс ҡалдырғайным, аҙаҡ ҡалғанын түләргә тейеш инем. Һуғыш һәм хеҙмәт ветеранына оло хөрмәт, ҡәҙер күрһәтеп, табиптар миңә бушлай теш ҡуйҙы, биргән аванс аҡсаһын өйөмә килтереп бирҙеләр.
Кеше һөйләһә, бәлки, быға ышанмаҫ та инем. Рөстәм Мөҙәрис улы Айытов етәкселек иткән клиника коллективына ҙур рәхмәт! Ошондай нурлы йөҙлө, ярҙамсыл кешеләр барында донъя йәмләнә, йәшәү дәрте арта!
Нәсих Хәлисов фотоһы.