Сәләмәт булайыҡ
8 Ноябрь 2021, 09:30

Акция һөҙөмтәлелеген күрһәтте

Әгәр 13 октябрҙә 65 йәштән өлкән кешеләрҙең 32 проценты прививка һалдырған булһа, бөгөн - 44 процент. 

Акция һөҙөмтәлелеген күрһәттеАкция һөҙөмтәлелеген күрһәтте
Акция һөҙөмтәлелеген күрһәтте

 “Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостан буйынса төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә ирекмәндәр эшмәкәрлеге тураһында һөйләне.

– 13 октябрҙән республикала вакцина һалдырмаған 65 йәштән өлкәндәр өсөн үҙ ҡурсаланыу тәртибе индерелде. Указ сыҡҡан саҡта уларҙың һаны 390 мең кеше ине. Шул уҡ ваҡытта прививка яһатҡан өлкән кешеләр дөйөм һандарҙан дүрттән бер тапҡырға кәмерәк ине. Ә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса ковидҡа бәйле үлем осраҡтарының 85 проценты өлкәндәр өлөшөнә тура килә, – тине ул. – Шуға күрә өлкәндәрҙе вакцина һалдырыуға стимуллаштырыу өсөн партияның төбәк башҡарма комитеты “Өлкәндәр тураһында хәстәр менән” акцияһын башланы.

Рөстәм Әхмәҙинуров белдереүенсә, акция сиктәрендә депутаттар һәм “Беҙҙең хәстәр” ирекмәндәре өлкәндәргә аҙыҡ-түлек һәм дарыуҙар алып бара. Өс аҙна эсендә ошондай һорау менән 10 мең самаһы мөрәжәғәт алынған. Шулай уҡ аҙ мобилле кешеләрҙе вакцинация пунктына тиклем алып баралар, табиптарҙы ковид үҙәккә тиклем һәм кире өйҙәренә алып барып ҡуялар, үткән аҙнанан аҙ тәьмин ителгән пенсионерҙарға “ҡайнар аш” алып барыу башланған, шулай уҡ өлкәндәргә куар-кодтар алыуҙа ярҙам итеү һәм башҡалар.

Етәксе бөтә республика буйынса алһыҙ-ялһыҙ эшләгән ирекмәндәргә рәхмәт әйтте. Уларҙың һаны 4,5 мең кеше, улар үҙҙәренең буш ваҡыттарында ветерандарға ярҙам итәләр. Улар башлыса йүнләп йөрөй алмаған, яңғыҙ һәм ярҙам итер кешеһе булмағандарға ярҙам итә.

Шулай уҡ акция сиктәрендә 17 муниципалитетта өлкәндәр өсөн махсуслаштырылған вакцинация пункттары асылған.

28 октябрҙә һәм 4 ноябрҙә уларҙа “Сәләмәтлек посылкаһы” тигән махсуслаштырылған акция үткәрелгән. Был үҙәктәрҙә өлкәндәр өсөн вакцинация үтеүгә уңайлы шарттар булдырылған. Мәҫәлән, уларҙа табиптар менән вакцинацияның ыңғай яҡтары тураһында һөйләшеү үткәрелә, 65 йәштән өлкәндәргә бүләктәр бирелә, прививканан һуң ял итеү зонаһы бар, бүләк уйнатыу ойошторолған.

– Дөйөм алғанда был эшмәкәрлек 65 йәштән өлкәндәр араһында вакцинация үткәндәр һанын арттырыу мөмкинлеге бирҙе. Әгәр 13 октябрҙә был категория кешеләрҙең 32 проценты прививка һалдырған булһа, бөгөн 44 процент. Һуңғы өс аҙнала республикала 65 йәштән өлкән 66 мең кеше прививка һалдырҙы, – тине ул. – Был йәһәттән иң яҡшы һөҙөмтәне Ҡырмыҫҡалы, Кушнаренко һәм Өфө райондары күрһәтте, бында 65 йәштән өлкәндәрҙең яртыһынан күбеһе вакцинация үткән.

Ул эште яҡшыртыу өсөн муниципалитеттарҙа махсуслаштырылған вакцинация пункттарын асыу, “Сәләмәтлек посылкаһы” акцияһын киңәйтеү һәм өлкәндәргә ревакцинация өсөн “Спутник лайт” вакцинаһына квота булдырыу тәҡдимдәрен әйтте.

Фото: bashkortostan.er.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас