Сәләмәт булайыҡ
8 Ноябрь 2021, 16:30

Гипермаркеттарға ла инеү тыйыласаҡ

Оператив штаб ултырышында тағы ниндәй ҡарарҙар тураһында әйтелде?

Гипермаркеттарға ла инеү тыйыласаҡГипермаркеттарға ла инеү тыйыласаҡ
Гипермаркеттарға ла инеү тыйыласаҡ

Башҡортостан халҡы 10 ноябрҙән алып гипермаркеттар һәм майҙаны 1000 квадрат метрҙан ашыуыраҡ булған башҡа сауҙа биналарына тик ковидҡа ҡаршы вакцинация үтеү тураһындағы сертификат, алты ай эсендә коронавирус менән сирләү йәки прививка яһатыуға медицина ҡаршылығы менән бергә кире ПЦР-тест хаҡындағы белешмә булған осраҡта ғына инә аласаҡ. Был ҡарарҙы бөгөн республикала коронавирус таралыуға ҡаршы оператив штаб ултырышында ҡабул иттеләр. Уны Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәрҙе.

Был сикләү саралары тураһындағы башланғыс менән республиканың ҡала хакимиәттәре башлыҡтары сыҡҡан. Улар билдәләүенсә, көн һайын ошоноң ише гипермаркеттарға меңәрләгән кеше инә. Шул уҡ ваҡытта уларҙан сауҙа үҙәктәрендә кәрәк булған кеүек документтар талап ителмәй.

Радий Хәбиров был тәҡдимде хупланы һәм юғары әҙерлек тураһындағы указға тейешле үҙгәрештәр индерергә ҡушты.

Оператив штаб ултырышында республиканың алдынғы компанияларында вакцинация барышы тураһында һөйләштеләр. Беренсе вице-премьер – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов, күҙәтеү периметрында республиканың 448 система булдырыусы предприятиеһы бар, тине. Уларҙа эшләгән кешеләрҙең 80 проценты прививка һалдырған. Тармаҡтар буйынса лидерҙар – сәнәғәт һәм ауыл хужалығы комплексы. Артта ҡалғандар – транспорт, юл хужалығы һәм төҙөлөш секторы.

Вакцинация һүлпән барған предприятиелар етәкселәре прививкалау кампанияһы барышында осраған ауырлыҡтар тураһында һөйләне һәм оператив штаб ағзаларынан тәҡдимдәр алды.

Билдәле булыуынса, 18 декабрҙән һуң, "Роспотребнадзор" ҡарарына ярашлы, медицина ҡаршылығы булмай тороп прививка яһатмаған хеҙмәткәрҙәр эшенә индерелмәйәсәк, уларҙың хеҙмәт хаҡы һаҡланмаясаҡ.

Вице-премьер – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдереүенсә, төбәккә әле 2282558 доза ватан вакцинаһы алынған. 8 ноябргә ҡарата уның беренсе компонентын - 1736786, икеһен дә 1405195 кеше һалдырған. Был - вакцина эшләтергә тейеш халыҡтың 70 һәм 56,6 проценты.

8 ноябргә ҡарата республикала 91518 кеше коронавирус сирен йоҡторған. Тәүлек эсендә 663 осраҡ раҫланған. 80507 сирле һауыҡҡан, уларҙың 644-е – һуңғы тәүлектә.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров санитар-эпидемиологик талаптарҙы үтәү һәм сикләү сараларына контролде көсәйтергә ҡушты. Шулай уҡ ул өфөләрҙең өҫтәмә вакцинация пункттары булдырыуҙы һорап мөрәжәғәт итеүен билдәләне. Был кешеләр тик алдан яҙылып килеп, сиратһыҙ прививка яһатырға теләй. Радий Фәрит улы Һаулыҡ һаҡлау министрлығына һәм ҡала хакимиәтенә был мәсьәләне ныҡлап өйрәнергә ҡушты.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас