

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә коронавирус мәсьәләһенә бәйле һөйләшеү ҙур ғына урын алып торҙо. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ни өсөн республикала мәктәп уҡыусыларының каникулы оҙайтылыуы тураһында аңлатма бирҙе.
Тәүге пландар буйынса балалар көҙгө каникулдан һуң уҡыуға 8 ноябрҙә сығырға тейеш ине, әммә оператив штаб мәктәп уҡыусыларының ялын 14 ноябргә тиклем оҙайтты.
– Беренсенән, балалар ҙа коронавирус менән сирләй башланы, шуға күрә уларҙы әҙерәк өйҙә тоторға булдыҡ. Был коронавирус сылбырын өҙөр өсөн кәрәк. Икенсенән, беҙҙең күп кешеләр сит илгә ял итергә сыҡҡайны. Уларҙың да сирҙәр алып ҡайтыуы ихтимал. Шуға өйҙә сирләп бөтөүе яҡшыраҡ булыр, – тине Радий Хәбиров.
Төбәк етәксеһе республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажинға һәм муниципалитет башлыҡтарына мәктәптәрҙә медицина инспекторҙары эшмәкәрлеген көсәйтергә ҡушты. Айырыуса был каникулдар тамамланғас мөһим.
– Саҡ ҡына сирләй башлаған баланы күрәләр икән, өйөнә ҡайтһын. Мәктәпкә вирустар ташымаһындар, – тине Радий Фәрит улы.
Башҡортостан Башлығы “ҡыҙыл зона”ларҙа эшләгән табиптар һәм шәфҡәт туташтары тураһында ла фекерен белдерҙе.
– Табиптарға һәм шәфҡәт туташтарына рәхмәтлемен. Көндәлек ваҡиғалар теҙмәһендә беҙ уларға рәхмәт әйтергә онотабыҙ. Төп көсөргәнеш – табиптар иңендә. Яңы йыл тирәһенә награда материалдары әҙерләгеҙ. Улар эмоциональ яҡтан яна – беҙҙең йыл ярым ҡыҙыл зонала эшләгәндәр бар. Күп табиптар сирләне, ҡыҙғанысҡа ҡаршы 33 медицина хеҙмәткәре вафат булды. Әле табиптарға ярҙам итергә кәрәк, күп нәмә уларҙан тора, – тине Радий Хәбиров.
Фото: srb62.ru