Сәләмәт булайыҡ
8 Ноябрь 2021, 11:00

Сертификаттың яңы формаһы раҫланды

Документ вакцина яһатҡандан һуң өс көн эсендә  рус, инглиз телдәрендә электрон рәүештә әҙер була

Сертификаттың яңы формаһы раҫландыСертификаттың яңы формаһы раҫланды
Сертификаттың яңы формаһы раҫланды

Яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы иҫкәртеү прививкалары тураһындағы сертификат формаһы үҙгәртелде һәм раҫланды. Бойороҡ 8 ноябрҙән көсөнә инә. Ошо датаға тиклем алынған сертификаттар “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында 2022 йылдың 1 мартына тиклем  автоматик рәүештә рәсмиләштереләсәк.

Документтан күренеүенсә, сертификатта  вакцина үткән граждан тураһында төп мәғлүмәт буласаҡ: исем-фамилияһы, тыуған көнө, енесе, йәшәгән урыны адресы, документтың  формалашыу датаһы. Унда QR-код та буласаҡ. Кеше ҡасан, ҡайҙа, ниндәй вакцина яһатҡан - барыһы ла ошо документта. Сертификатҡа ревакцинация, вакцина яһатмауға медицина күрһәтмәһе, элек үткәргән сирҙәр тураһында мәғлүмәт тә индереләсәк.  Документ вакцина яһатҡандан һуң өс көн эсендә  рус, инглиз телдәрендә электрон рәүештә әҙер була. Уны ҡағыҙ рәүешендә лә алырға мөмкин.

Фото:”Башинформ”

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас