

"Балаларҙың онкологик сирҙәр менән ауырыуын ишетеп, ниндәй ҡот осҡос ғәҙелһеҙлек икәнен һәр саҡ тояһың. Йыл һайын республикала табиптар 17 йәшкә тиклемге балаларҙа яман шеш осраҡтарын асыҡлай.
Ә Башҡортостанда диспансер күҙәтеүе аҫтында 850-нән ашыу бала иҫәпләнә. Шуға күрә Башҡортостан Башлығы вазифаһына тәғәйенләнгән тәүге көндәрҙән үк республикаға балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәге кәрәк тип иҫәпләнем.
Беҙ, әлбиттә, пациенттарҙы консультацияға йәки операцияға Мәскәүгә ебәрә алабыҙ, әммә өйҙә, әйткәндәй, стеналар ҙа ярҙам итә. Шуға күрә беҙ ошондай онкология үҙәгенең тулы проектын эшләнек, федераль үҙәк менән берлектә финанслауға өлгәштек, оҙайлы, әммә кәрәкле процедураларҙан һуң майҙанға сыҡтыҡ.
Балалар онкология һәм гематология үҙәген Республика балалар клиник дауаханаһынан алыҫ булмаған ерҙә төҙөйәсәкбеҙ. Проект буйынса ете ҡатлы бина буласаҡ. Дөйөм майҙаны – 17,762 мең квадрат метр. Яңы объект структураһына ун койкаға иҫәпләнгән көндөҙгө стационар, ун урынлыҡ иммунология блогы, 31 урынлыҡ онкология һәм 31 урынлыҡ гематология, ете урынлыҡ реанимация һәм интенсив терапия, алты урынлыҡ елек матдәһен трансплантациялау бүлексәләре, ике урынлыҡ операция блогы, трансфузиология хеҙмәте менән криоһаҡлағыс, лабораториялар инә. Был беҙҙең балаларға һәм уларҙың ата-әсәләренә һиҙелерлек ярҙам буласаҡ."
Фото: VK. com.