Сәләмәт булайыҡ
9 Ноябрь 2021, 11:40

Ҡыҙға 22 йәш кенә булған...

Ул бик ныҡ сирләп китеп, ғүмере өсөн көрәшкән. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йөрәге тибеүҙән туҡтаған.

Ҡыҙға 22 йәш кенә булған...Ҡыҙға 22 йәш кенә булған...
Ҡыҙға 22 йәш кенә булған...

Өфөлә Башҡорт дәүләт университеты студенты һәм “Уфимочка” волейбол клубы волейболсыһы Әлиә Хамбикова вафат булған. Спортсы ҡыҙға 22 йәш кенә булған. Был турала команданың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итәләр.

Билдәле булыуынса, Әлиә бик ауыр сирләгән һәм ғүмере өсөн көрәшкән. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның йөрәге тибеүҙән туҡтаған. Әйткәндәй, уның үлеме яңы коронавирус инфекцияһына бәйле түгел.

Әлиә Татарстанда тыуған. Ҡазан олимпия резервы училищеһы тәрбиәләнеүсеһе, төрлө кимәлдәге Рәсәй һәм төбәк ярыштары еңеүсеһе һәм призеры. Һуңғы тапҡыр майҙанға ул быйыл октябрь башында сыҡҡан.

Һуңғараҡ йәш спортсының үлеме сәбәбе лә аталды, ул лейкемия менән сирләгән. “Башҡортостан” гәзите уның ғаиләһенең ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша һәм сабырлыҡ теләй.

Фото: "Башинформ". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас