

Быйылғы йәй ғаиләбеҙ өсөн ифрат ауыр булды: бер-бер артлы ҡәһәрле инфекция менән ауырыныҡ. Тормош иптәшем һәм балаларым уны еңелерәк үткәрҙе, ә мине Борай дауаханаһынан Республика һуғыш ветерандарының клиник дауаханаһына алып килделәр. Табиптарҙың иғтибарлылығы, тәжрибәһе генә мине аяҡҡа баҫтырҙы.
Госпиталдең баш табибы Хәлил Мостафин эште шул тиклем оҫта ойошторған: медицина хеҙмәткәрҙәре көнөнә кәм тигәндә өс тапҡыр инеп сыға. Уларҙан алып санитарҙарға тиклем шул тиклем иғтибарлылар.
Дарыуҙар менән өҙөклөк булманы, ауырыуҙы тиҙерәк аяҡҡа баҫтырып сығарыу уларҙың төп маҡсаты ине. Тәүге көндәрҙә үлемгә ҡаршы көрәштем. Бик ауыр булды, күҙемде йоморға ла ҡурҡа инем.
Сирҙе еңеү өсөн көрәшкән ваҡытта вакцина тураһында күп уйландым. Прививка яһау сараһы башланғас: “Күптән түгел ауыр операция үткәрҙем, эшләмәй торайым”, – тип ваҡытында мөрәжәғәт итмәгәйнем. Ауырығанда ошо ҡарарым өсөн үкендем.
Дауаханала уҡ вакцина эшләтергә һүҙ бирҙем һәм ошо ғәмәлемде тормошҡа ашырҙым. Мин кисергән ауырлыҡтарҙы яҡындарым күрмәһен, сир уларҙы урап үтһен тигән теләгем көслө, шуға күрә барлыҡ туғандарымды һәм яҡындарымды коронавирусҡа ҡаршы прививка ҡаҙатырға өгөтләйем.
Ғәлиә МӨҒӘЛЛИМОВА, Борай районының “Алмағас” питомнигы етәксеһе.