

Хәҙер прививка яһатыу өсөн алдан яҙылып, үҙегеҙ өсөн уңайлы ваҡытта Өфөнөң Зәки Вәлиди урамындағы 2-се йортҡа килергә мөмкин. Аңлағанһығыҙҙыр, ошо адрес буйынса “Торатау” конгресс-холы урынлашҡан.
Һуңғы ваҡытта яңы коронавирус инфекцияһынан прививка яһатырға теләгәндәр артты. Ҡала халҡына уңайлы булһын өсөн конгресс-холдағы вакцина яһатыу мобиль пунктында алдан яҙылыу ойошторолдо.
Ошо телефон аша яҙылырға була: 224-93-03. Үҙегеҙ менән паспорт һәм СНИЛС алырға онотмағыҙ. Вакцина яһаnsу пункты сәғәт 9-ҙан 19 сәғәткә тиклем ял көндәрһеҙ эшләй.
Фото: ufacity.info