Сәләмәт булайыҡ
10 Ноябрь 2021, 08:35

Лицензиялар биреү артҡан

Неврология буйынса лицензияларҙың Берҙәм реестрына 511 медицина ойошмаһы индерелгән.

Лицензиялар биреү артҡанЛицензиялар биреү артҡан
Лицензиялар биреү артҡан

Йыл башынан алып “неврология” йүнәлеше буйынса бирелгән лицензиялар һаны 43 процентҡа  артҡан. Быйыл эшмәкәрлектең был төрө буйынса лицензиялар 28 ойошмаға бирелгән. Былтыр уны 16 ойошма алғайны.

– Ошо көнгә ҡарата неврология буйынса лицензияларҙың Берҙәм реестрына 511 медицина ойошмаһы индерелгән,– тигән аңлатма бирҙе Һаулыҡ һаҡлау министрлығының лицензия бүлеге начальнигы Эльвира Тәхәүетдинова. Ул һуңғы ваҡытта неврологтарҙың коронавирус инфекцияһы менән ҡыҙыҡһыныуҙарын билдәләне.Был сир ваҡытында йыш ҡына үҙәк һәм периферик нервы системаһы зарарлана.

 2021 йылдың 1 июненән  Рәсәй Хөкүмәте ҡарары менән неврология медицина эшмәкәрлеген тәшкил иткән эштәр (хеҙмәттәр) исемлегенә индерелде. Эштең был төрө амбулатор, стационар, көндөҙгө стационар шарттарында махсус медик-санитар медицина ярҙамы күрһәтелгәндә, шулай уҡ шифахана-курорттарҙа дауалауҙа ойошторола. Ойошмаларҙың мотлаҡ лицензияһы булырға тейеш. Тулы мәғлүмәтте Һаулыҡ һаҡлау министрлығының рәсми сайтында алырға  мөмкин. ”Ҡыҙыу бәйләнеш” эшләй. Республикала медицина эшмәкәрлеген башҡарыуға лицензияларҙы яңынан рәсмиләштереү 19 көндә башҡарыла.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас