

Радий Хәбиров “Рәсәй-24” телеканалына интервью бирҙе. “Беҙ бөгөн ҡабул иткән төп ғәмәл – әлбиттә, вакцина яһатыу. Ошо эшкә бөтә тырышлыҡ йүнәлтелгән. Кешеләр вакцина яһатырға кәрәклеген аңлаһын өсөн ҡайһы бер саралар ҡабул иттек. Төп логика шунда: күпселек учреждениеларға прививка тураһында сертификатһыҙ инеү мөмкин түгел. Бөтә сикләү сараларының мәғәнәһе шунда. Был мәҙәниәт, спорт, йәмәғәт туҡланыуы һәм тормош эшмәкәрлегенең башҡа өлкәләренә ҡағыла.
Һуңғы сикләүҙәр бөгөн көсөнә инде. Һүҙ бында сауҙа объекттарының тағы бер категорияһы – майҙаны мең квадрат метрҙан башланған эре гипермаркеттар тураһында бара. Бында хәҙер вакцина яһатыу тураһында QR–кодлы сертификат, алты ай эсендә коронавирусты үткәреү тураһында белешмә йәки ПЦР-тестың кире һөҙөмтәһе менән прививка яһатыуға ҡаршы медицина күрһәтмәһе булғанда ғына инергә мөмкин.
27 октябрҙән ПЦР-тестың кире һөҙөмтәһе тураһындағы белешмәнең ул тиклем көнүҙәк булмауы тураһында ҡарар ҡабул иттек. Төп бурысыбыҙ вакцина яһатыу икәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә алам. Әйткәндәй, был һиҙелерлек һөҙөмтә бирә. Сикләү сараларын индергәндән һуң вакцина яһатыу тиҙлеге артты. Әгәр элек көнөнә тәүге компонентты ни бары ике мең кеше яһатһа, хәҙер тәүлегенә 20 меңгә етә.
Ял көндәре осоро бик файҙалы булды. Минеңсә, беҙ эпидемиологик сылбырҙы өҙә алдыҡ. Нимә күрәбеҙ? Беренсеһе–сирҙең кәмеүе. Икенсеһе–коронавирустан үлем осраҡтарының кәмеүе. Ә иң мөһиме–һаулыҡ һаҡлау системаһына көсөргәнештең аҙыраҡ булыуы.
Ғөмүмән, республика өсөн коронавирус йәһәтенән көҙ бөтә пандемия осоронда иң ҡатмарлыһы булды. Был осорҙа пациенттарҙы коронавирустан дауалау өсөн урындар һаны 8,5 меңгә етте. Хәҙер алты мең койка-урын ҡалды. Йәғни, беҙ 2,5 мең инфекция сирҙәре койкаһын ҡыҫҡарттыҡ.
Бөтә процестар менән оператив штаб сиктәрендә идара итәбеҙ. Һаулыҡ һаҡлау системаһы коронавирус менән көрәштә ярайһы яҡшы эшләй. Әгәр сир артһа, шунда уҡ койкалар һанын тейешле кимәлгә арттырабыҙ, түбәнгә төшһә – кәметәбеҙ. Бөтә йоғошло сир койкалары кислород менән тәьмин ителгән. Беҙҙә тейешле ҡорамалдар, тейешле кимәлдә кислород һәм башҡа кәрәк-яраҡ бар.
Беҙ сир барышын, койкаларҙың буш тормауын бик иғтибарлы күҙәтәбеҙ. Уларҙы бит башҡа ауырыуҙарҙы дауалау өсөн файҙаланырға мөмкин. Кешеләр бер коронавирус менән ауырымай. Башҡа төрлө сирҙәр ҙә күп. Шуға күрә беҙҙең бурысыбыҙ–коронавирус менән көрәшкә ҙур тырышлыҡ һәм финанс һалыуға ҡарамаҫтан, башҡа сирҙәрҙән дә дауаларға тейешбеҙ.
Белешмә: республикала коронавирус менән сирләгәндәрҙең дөйөм һаны 10 ноябргә 92 864 кеше тәшкил итте. Тәүлектә 676 сир осрағы раҫланды. Вакцина яһатыуҙы 1 444250 кеше тамамланы.
Фото:BashNews