Сәләмәт булайыҡ
10 Ноябрь 2021, 12:30

Йөклө ҡатындар имеш-мимешкә ышанмай

"Беҙгә ике ғүмер өсөн яуаплылыҡ йөкмәтелгән. Шуға күрә дөрөҫ ҡарар ҡабул итергә кәрәк..."

Йөклө ҡатындар имеш-мимешкә ышанмайЙөклө ҡатындар имеш-мимешкә ышанмай
Йөклө ҡатындар имеш-мимешкә ышанмай

Һуңғы ваҡытта йөклө ҡатындарҙың коронавирус менән сирләү осраҡтары артты. Белгестәр әйтеүенсә, ковид йөклөлөктө һиҙелерлек ҡатмарландырыуы мөмкин.  Шуға күрә буласаҡ әсәләргә һаҡланыу ҡағиҙәләрен үтәргә, халыҡ күп йыйылған урындарҙан ары торорға кәрәк. Шулай уҡ табип менән кәңәшләшеп, коронавирусҡа ҡаршы прививка яһатырға кәрәк. Был маҡсатта бары "Гам-Ковид-Вак"  препараты ғына ҡулланыла.

– Быйыл йөклө ҡатындарҙың коронавирус менән сирләүе һиҙелерлек артты.Тәжрибәнән күренеүенсә, күптәре сирҙе еңел үткәрә, ауыр үткәргәндәре лә бар,- ти Өфөләге 3-сө бала табыу йортоноң ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы мөдире Флүрә Ташбулатова.

Табип әйтеүенсә,  йөклө ҡатындар ковид инфекцияһының ауыр үтеүе буйынса хәүеф төркөмөнә инә. Өҫтәүенә ҡайһы берҙәрендә башҡа сирҙәр ҙә асыҡлана.

– Буласаҡ әсәләрҙең һәм тыуасаҡ сабый һаулығын һаҡлауҙа иң тәьҫирле ысул– вакцина яһатыу. Дөрөҫөрәге – йөклөлөктө планлаштырылған осорҙа уҡ прививка яһатыу.  Кем өлгөрмәгән, йөклөлөктөң 22-се аҙнаһынан һуң яһатырға кәңәш итәбеҙ. Тап ошо ваҡытҡа сабыйҙың ағзалары формалашып өлгөрә, – ти табип.

Буласаҡ әсәләрҙең күпселеге ялған һүҙҙәргә, төрлө миф һәм фейктарға ышанмай, вакцина яһатты. Йәй аҙағынан алып 785 ауырлы ҡатын  прививка эшләткән, ә тағы ла 818-е йөклөлөккә тиклем үк вакцина ҡаҙатҡан.

– Ғәмәлдә вакцина яһатҡан ауырлы ҡатындар араһында бер ниндәй өҙлөгөү күҙәтелмәне. Барыһы ла яҡшы кисерә. Күп нәмә ҡатындарҙың хәлде аңлауына, үҙен  нисек тотоуына  бәйле,–ти табип.–Йөклөлөк – үҙенсәлекле торош, бында ике ғүмер өсөн яуаплылыҡ йөкмәтелә. Шуға күрә дөрөҫ ҡарар ҡабул итергә кәрәк, бында табиптың абруйы, ышандырыу көсө ҙур роль уйнай. Был йәһәттән участкаларҙа һәр буласаҡ әсә менән айырым эш алып барыла,– ти Флүрә Ташбулатова.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас