Сәләмәт булайыҡ
11 Ноябрь 2021, 14:45

Өлкәндәр өсөн махсус вакцинация пункттары эшләй

8-800-201-89-03 номеры буйынса ун меңгә яҡын кеше мөрәжәғәт иткән.

Өлкәндәр өсөн махсус вакцинация пункттары эшләйӨлкәндәр өсөн махсус вакцинация пункттары эшләй
Өлкәндәр өсөн махсус вакцинация пункттары эшләй

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров муниципалитеттарға өлкәндәр өсөн вакцинация пункттары асырға тәҡдим итте. Ошо рәүешле төбәк етәксеһе “Өлкәндәр хаҡында хәстәрлек күреп” проектын тормошҡа ашырған “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе башланғысын хупланы.

Проектҡа ярашлы, бындай пункттар 17 муниципалитетта асылған. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары – “Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров әйтеүенсә, әлеге үҙәктәрҙә өлкәндәргә вакцина яһатыу өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған, бүләктәр йыйылмаһын тапшырыу ойошторолған, приз отоу мөмкинлеге бар. Бындай алым 65 йәштән өлкәндәр араһында вакцинация процентын арттырыуға булышлыҡ итә. Өс аҙна эсендә прививканы ошо йәш төркөмөндәге 66 мең кеше һалдырған, улар араһында вакцинация күләме 32-нән 44 процентҡа тиклем артҡан.

“Беҙҙең хәстәрлек” үҙәге ирекмәндәре колл-үҙәккә шылтыратҡан хәрәкәт итеү мөмкинлеге сикләнгән кешеләргә вакцинация пункттарына барып ҡайтырға, QR-код алырға ярҙам итә, пенсионерҙарға аҙыҡ-түлек һәм дарыуҙар ташый. Өс аҙна эсендә 8-800-201-89-03 номеры буйынса 10 меңгә яҡын кеше мөрәжәғәт иткән.

Фото: glavarb.ru

Сығанаҡ: glavarb.ru

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас